Регенсбург университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Регенсбург университеты
нем. Universität Regensburg
Нигеҙләү датаһы 18 июль 1962
Логотип
Рәсем
Архивы хранятся в University Archive Regensburg[d]
Нигеҙләүсе Баварский ландтаг[d]
Ректор Удо Хебель[d][1]
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Регенсбург
Ойошма ағзаһы ORCID[d][2][3], Verein zur Förderung eines Deutschen Forschungsnetzes[d][4], German Rectors' Conference[d][5], German University Sports Federation[d][6], Confederation of Open Access Repositories[d][7][8], Европа университеттары ассоциацияһы[d][9], Informationsdienst Wissenschaft[d][10], UFA / DFH / FGU[d][11], arXiv.org[d][12] һәм German National Research Data Infrastructure (NFDI) e.V.[d][13]
Уҡыусылар һаны 21 558, 15 477[14], 14 316[14], 14 453[14], 14 892[14], 15 669[14], 17 215[14], 17 022[14], 17 162[14], 17 429[14], 16 688[14], 16 633[14], 16 983[14], 17 836[14], 19 547[14], 19 554[14], 20 482[14], 20 785[14], 20 818[14], 20 409[14], 20 792[14], 20 731[14], 20 584[14], 20 987[14] һәм 20 702[14]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Регенсбург, Бавария, Германия
Хеҙмәткәрҙәр 4380 кеше (1 ғинуар 2018)[15]
Ҡулланылған тел Немец теле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Диапазон IPv6 2001:638:a05::/48[16]
Рәсми сайт uni-regensburg.de
uni-regensburg.de/en
Эндпоинт API shibboleth-idp.uni-regensburg.de/…[17]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Category:Academic staff of the University of Regensburg[d]
Карта
 Регенсбург университеты Викимилектә

Регенсбург университеты (нем. Universität Regensburg) — асыҡ тикшеренеү университеты, урта быуат ҡалаһы Регенсбургта, Баварияла урынлашҡан. Был ҡала ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫына ингән ҡала. Университетҡа 1962 йылдың 18 июлендә Бавария федераль ере хөкүмәте тарафынан һалынған. Германияның бүленеше арҡаһында 1965 йылда универститет рәсми рәүештә 1967-68 йылдарҙа ҡышҡы семестр ваҡытында асыла.Ул саҡта университетта уҡытыу хоҡуҡ, бизнес һәм философия факультеттарында алып барылған була. Йәйге семестр ваҡытында 1968 йылда теология факультеты асыла. Хәҙерге ваҡытта студенттар өсөн 12 факультет эшләй. Университет әүҙем рәүештә ЕС «SOCRATES» (Сократ) һәм шулай уҡ «TEMPUS» программаларында ҡатнаша. Германияның башҡа университеттары менән сағыштырып ҡарағанда Регенсбург университеты консерватив уҡыу йорто булып һанала. Уның иң билдәле уҡытыусыһы - элекке Рим Папаһы Бенедикт XVI, ул бында профессор сифатында 1977 йылға тиклем уҡыта һәм бөгөнгө көнгә тиклем университеттың почетлы уҡытыусыһы булып ҡала. .

Физика факультеты

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет 12 факультетҡа бүленгән:

  • Католик теология мәктәбе
  • Хоҡуҡ мәктәбе
  • Бизнес, иҡтисад һәм мәғлүмәт системалары менеджменты факультеты
  • Медицина мәктәбе
  • I гуманитар фәндәр: Философия, спорт һәм сәнғәт
  • II гуманитар фәндәр: Педагогика һәм психология
  • III гуманитар фәндәр: Йәмғиәтте өйрәнеү, тарих һәм география
  • IV гуманитар фәндәр: Тел һәм әҙәбиәт
  • I тәбиғи фәндәр: Математика
  • II тәбиғи фәндәре: Физика
  • III тәбиғи фәндәр: Биология, клиникаға тиклемге медицина
  • IV тәбиғи фәндәр: Медицина һәм фармация

Сервис[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет студенттары үҙәк ашханаһында хеҙмәтенән , шулай уҡ, пиццерия, банк, ике китап магазины, шулай уҡ башҡа магазиндар хеҙмәте менән файҙалана. Университет инвалидтар ихтыяжына яраҡлаштырып яһалған, шулай уҡ торлаҡҡа мохтаж студенттарға кәрәк ҡәҙәр торлаҡ бирелә. Университетта асыҡ китапхана бар, унда, заманса интернет каталогы булдырылған. Китапханала 3,15 миллиондан ашыу китап һәм ваҡытлы баҫмалар бар. Бөтә студенттар (PIN) шәхси номерҙар алған, улар түләүһеҙ электрон почта сервисы менән файҙалана ала,интернетҡа инеү университеттың бөтә бинаһында, шулай уҡ кампусында бушлай. Университеттың кампусында 20 компьютерлы зал бар.

Инвалид студенттар ятағы физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған, улар кампус һәм ҡала янында ғына урынлашҡаняҡын.

Регенсбург университетында төрлө түңәрәктәр эшләй һәм студенттарҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә.

Спорт үҙәге төрлө физик күнекмәләрҙе һайлау мөмкинлеген бирә.

Университеттың халыҡ-ара бүлеге сит ил студенттарына ориентирлашырға һәм интеграциялашырға мөмкинлектәр программаларын тәҡдим итә.

Иҫтәлекле урын[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Университеттың ботаник баҡсаһы
  • Университет театры (нем. Theater an der Uni)

Университеттар-партнерҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта университеты Европаның бөтә 130 университеттары менән партнерлыҡ бәйләнештәре булдырған. Шуларҙың бөгөн иң популярҙары Бөйөк Британия, франция, Италия һәм Испания илдәренән.

Университет менән бәйле данлыҡлы кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Май Айюм— университетты тамамлаусы, психология һәм мәғариф факультеты , 1986
  • Бенедикт XVI — теология факультеты уҡытыусыһы, 1969-1977
  • Элли Эрл — спорт һәм медицина, 2005 йылда сығарылған
  • II Иероним (Афина архиепискобы) — теология, 1978
  • Ханс Йоахим Шельнхубер — теоретик физика, 1980
  • Удо Штайнер — асыҡ хоҡуҡ факультеты уҡытыусыһы
  • Карл Штеттер — микробиология факультеты уҡытыусыһы, 2002
  • Эдмунд Штойбер — криминаль хоҡуҡ, 1971
  • Вольфганг Вигард — иҡтисад факультеты, 1999
  • Томас Витфильд — ғалим, уйлап табыусы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]