Репин һәйкәле (Мәскәү)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Репин һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1958
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Якиманка[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Архитектор Игорь Рожин[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27605583?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Болотная набережная
Карта
 Репин һәйкәле Викимилектә


Репин һәйкәле — рәссам Илья Ефимович Репин һәйкәле, Мәскәүҙә, Болотная майҙанында, шул уҡ исемдәге яр буйында һәм Лужков күперенән алыҫ түгел урынлашҡан; яҡын метро станцияһы — «Третьяковка».

Билдәле скульптор Матвей Генрихович Манизер эшләгән һәйкәл 1958 йылдың 29 сентәбрендә асылған.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәүҙә Репин һәйкәле. СССР почта маркаһы. 1959 й.

Рәссамдың һәйкәл өсөн урыны Третьяков галереяһына яҡын тороу менән бәйле, сөнки был галереяла Репиндың күп картиналары һаҡлана. 1962—1994 йылдарҙа Репиндың һәйкәле торған Болотная майҙаны Репин майҙаны исемен йөрөткән[2].

ҮАО префектураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2014 йылда Ҡала көнөндә, һәйкәл янында мини-сквер булдырылған[3].

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүрт мөйөшлө өҫкә табан ослайып барған постаментта Репиндың баҫып торған бронза фигураһы ҡуйылған. Һәйкәл авторҙары рәссамды ижад шарттарҙа һүрәтләгән. Рәссам һыны — иркен тотолған, башы бер аҙ аҫҡа эйелгән[4]. Репиндың һул ҡулында — палитра, ә уң ҡулында — бумала өсөн урындар[2][5]. Постаментта картуше бар, унда : «Великому русскому художнику Илье Репину от правительства Советского Союза» тип яҙылған[2][4][5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. 2,0 2,1 2,2 Памятник Репину. intomoscow.ru (27.06.06). Дата обращения: 6 август 2014. 2014 йыл 10 август архивланған.
  3. В центре Москвы памятники сделают доступными для горожан, Московский комсомолец (5 август 2014). 9 август 2014 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 Памятник И. Е. Репину. Mosgid.ru (12 октябрь 2010). Дата обращения: 9 август 2014.
  5. 5,0 5,1 Памятник И.Е. Репину. Московский туристический портал. Дата обращения: 6 август 2014. 2014 йыл 10 август архивланған.