Эстәлеккә күсергә

Республика — деловое обозрение

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Республика — деловое обозрение
Нигеҙләү датаһы 2000
Атамаһы Республика — деловое обозрение һәм Голос Республики
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Алматы, Ҡаҙағстан
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Рәсми сайт respublika-kaz.biz

«Республика — деловое обозрение» (башҡ. «Республика — эшлекле күҙәтеү») — Ҡаҙағстанда аҙна һайын сыҡҡан аналитик оппозицион гәзит. Ул — дәүләт етәкселеге адресына тәнҡит мәҡәләләре менән сығыш яһауы һәм властың юғары эшелондарындағы коррупция тураһында яҙыуы менән халыҡ араһында киң билдәлелек яулаған баҫма. «Голос Республики» исеме аҫтында сығарыла[1]. Сығарыусыһы һәм баш редакторы — Ирина Петрушова. Айына бер тапҡыр сығарыла.

Гәзит эшлекле һәм сәйәси эшмәкәрҙәр, менеджерҙар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, эре, урта һәм бәләкәй бизнес вәкилдәренә төбәп сығарыла[2]..

Тиражы — 23 мең экземплярҙан ашыу[3].

Төп офисы Алма-Атала[4]..

2002 йылда гәзит Журналистарҙы яҡлау буйынса комитеттың Халыҡ-ара ирек өсөн премияһына лайыҡ була[1].

2002 йылдың 10 апрелендә — Алма-ата район-ара иҡтисад суды, административ хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйғаны өсөн, гәзитте баҫып сығарған «PR-Consulting» фирмаһын бөтөрөү тураһында ҡарар сығара. Анығыраҡ итеп әйткәндә: гәзит биттәрендә теркәлеү датаһы һәм сертификаттың һаны ҡуйылмағаны өсөн. Ул сағында гәзит үҙенең исемен үҙгәртергә мәжбүр була, һәм «Ассанди-Таймс» тип атала башлай[1].

2002 йылдың 22 майында кемдер «Республика Эшлекле Күҙәтеү» гәзите редакцияһы тәҙрәһе аша яндырғыс шыйыҡлыҡ тултырылған шешә ташлай[1].

2005 йылдың 14 майында Мәғлүмәт министрлығы «Республика. Деловое Обозрение» гәзитен яба[5].. Сәбәбе — был гәзиттәрҙең хужаһы ТОО «Бастауҙың» ябылыуы (Судтың 2005 йылдың 25 мартындағы ҡарары).

2009 йылдың 9 сентябрендә — «Республика — деловое обозрение» гәзитен БТА Банк судҡа бирә. Суд, әхлаҡи зыян килтергәне өсөн, гәзиткә «БТА банкыһына» 60 млн тәңкә түләү бурысын йөкмәтә. Сәбәбе — гәзиттең 2009 йылдың 6 мартындағы һанында «БТА банкыһындағы» хәлдәр тураһында тәнҡит мәҡәләһе баҫылып сыға. Дәғүәсе судтың иғтибарын түбәндәге һөйләмдәргә йүнәлтә — «„БТА“-ның үҙенә килгәндә иһә, уның эшмәкәрлеге әллә ни оҙаҡҡа бармаҫ кеүек тойола. Ҡаҙағстандың һәм БДБ-ның халыҡ-ара бизнес-корпорацияһы булараҡ төҙөлгән иң эре һәм шәхси банк дәүләт контролен һәм идаралыҡ итеүҙәргә сыҙаманы» һәм «Әйткәндәй, „БТА“-ның үҙендә, яңы менеджерҙарҙың бер өлөшө, реабилитация процедураларына ҡарағанда банкротлыҡ һәм бурыстарҙы реконструкциялауҙан күберәк аҡса аласаҡтарын аңлап, банкты банкротлыҡҡа сығарырға йыйына, тигән имеш-мимеш йөрөй». Банк фекеренсә, 2009 йылдың 13 мартынан 31 мартына тиклем, баҫылып сыҡҡан мәҡәләгә бәйле рәүештә, 6 млрд 770 млн тәңкә суммаһына депозиттар әйләнештән алынған[6]..

Тәүҙә «Республика» гәзитен баҫтырыуға тыйыу һалына, ләкин аҙаҡ (2010 йылдың 16 фералендә) был аҙымдың законға тап килмәүе таныла[7][8]..

2009 йылдың 18 сентябре — «Республика — деловое обозрение» гәзите һатыуға сығарыла, тик «Моя Республика — факты, события, люди» исеме аҫтында[3].

2010 йылдың 18 феврале — «Республика — деловое обозрение» гәзитен баҫтырып сығарыу рөхсәт ителә, әммә һатыуға сығарыу тыйыла[7].

2010 йылдың 15 апреле — «Республика — деловое обозрение» гәзите Джулиан Ассанж менән интервью баҫтырып сығара. Ассанж Ҡаҙағстан буйынса мәғлүмәттәр базаһын — американ дипломаттарының 7000 биткә яҡын йәшерен ашығыс дипломатик белдереүҙәрен баҫтырып сығарыуға бирә[9][10][11].

2010 йылда Ҡаҙағстандың Милли именлек комитетының Ҡарағандылағы хеҙмәткәрҙәре, гәзиттәрҙе таратыу нөктәләре буйлап йөрөп, һатыусыларҙан «Голос Республики» гәзитен таратмауҙы талап итә[12].

  • Республика (информационно-аналитический портал)
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 СВОБОДНАЯ АЗИЯ — Нашли крайних
  2. МЕДИА-ПАРТНЕРЫ(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 Арестованный тираж «Республики» в тот же день вышел под другим названием " Газета Диапазон :: новости Актобе, Казахстана и мира 2016 йыл 6 март архивланған.
  4. РЕСПУБЛИКА — ДЕЛОВОЕ ОБОЗРЕНИЕ(недоступная ссылка)
  5. По информации Интерньюс-Казахстан
  6. Суд обязал газету Республика выплатить 60 млн тенге БТА банку за нанесение морального ущерба — Номад, Казахстан
  7. 7,0 7,1 КАЗАХСТАНСКОЕ МЕЖДУНАРОДНОЕ БЮРО ПО ПРАВАМ ЧЕЛОВЕКА И СОБЛЮДЕНИЮ ЗАКОННОСТИ 2016 йыл 5 март архивланған.
  8. Суд отменил приостановление выпуска газеты «Республика — деловое обозрение» | Информационный портал ZAKON.KZ 2016 йыл 4 март архивланған.
  9. WikiLeaks пришел в «Республику» 2021 йыл 30 ноябрь архивланған.
  10. WikiLeaks: Битва за информацию — интервью с Джулианом Ассанжем 2022 йыл 30 март архивланған.
  11. Основатель Wikileaks в интервью казахстанской газете: хочу помочь Казахстану бороться с коррупцией
  12. КНБ не отличает «Голос Республики» от «Республика — деловое обозрение» / Масс-медиа / Интернет-газета. Казахстан