Риека порты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Риека порты
Рәсем
Дәүләт  Хорватия
Административ-территориаль берәмек Риека[d]
Урын Кварнер[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Адриатик диңгеҙ
Рәсми асылыу датаһы 1719
Рәсми сайт portauthority.hr/en/Home…
Карта
 Риека порты Викимилектә

Риека порты (хорв. Luka Rijeka йәки хорв. Riječka luka) — Хорватияның Риека ҡалаһында Адриатик диңгеҙендә диңгеҙ порты Был Хорватияның ҙур порты, уның йөк әйләнәшенең күләме 11,2 миллион тонна (2016 йыл өсөн) тәшкил итә. Порт менән хорват Luka Rijeka компанияһы идара итә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гавангә күренеш
Линкорҙың һыуға төшөүе СМС Szent István (1914)

Порт тәүге тапҡыр 1281 йылда телгә алына[1], был ваҡытта ул Венеция республикаһының порты була.

1719 йылда Австрия императоры Карл VI тарафынан нигеҙ һалынған ирекле Триест порты кеүек Риека порты мөһим диңгеҙ порты, тейәү пункты һәм сауҙа-иҡтисади үҙәк булып тора[1].

1867 йылдан һуң Австро-Венгрия килешеүе арҡаһында, Риека берҙән-бер венгр диңгеҙ порты булараҡ мөһимлек ала. 1873 йылда Риека тимер юлы станцияһы асылғандан һуң, порт тимер юлы буйлап Вена һәм Будапешт менән тоташа[1]. 1913 йылға Риека порты Европаның иң эре ун порттарҙың исемлегенә инә[1]

1919 йылдан 1989 йылға тиклем сәйәси үҙгәрештәр арҡаһында Риека порты элекке әһәмиәтен юғалта, әммә Хорватияла һуғыш тамамланғандан һуң уның сауҙа әһәмиәте үҫешә башлай. Көньяҡ герман һәм австрия иҡтисади үҙәктәрҙән күп кенә компаниялар Урта һәм Алыҫ Көнсығышҡа Риека аша сағыштырмаса ҡыҫҡа юлды ҡуллана.

Риека 2000 йылда Австрия өсөн, 2001 йылда Венгрия өсөн ирекле порт була. Ошо сараға ярашлы ике илдең күп кенә компаниялары Риекала үҙҙәренең вәкәләтлектәрен аса.

Порттың нефть продукттары, йөктәр һәм контейнерҙар өсөн бер нисә терминалы, шулай уҡ паромдар өсөн пассажир терминалы бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 History. Luka Rijeka d.d.. Дата обращения: 23 август 2011. 2014 йыл 12 февраль архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]