Эстәлеккә күсергә

Мағазов Риза Шәйехйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Риза Мағазов битенән йүнәлтелде)
Риза Шәйехйән улы Мағазов
Тыуған көнө

10 март 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (92 йәш)

Тыуған урыны

СССР, Башҡорт АССР-ы, Миәкә районы, Яңы Ишле ауылы

Вафат көнө

30 декабрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (90 йәш)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

медицина

Эшләгән урыны

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы

Альма-матер

Башҡортостан медицина институты

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1992)

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1976 Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1986 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1971

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы.

Мағазов Риза Шәйехйән улы (10 март 1932 йыл30 декабрь 2022 йыл) — ғалим-микробиолог. 1978 йылдан Өфө вакциналар һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институты директоры, 1988—1995 йылдарҙа «Иммунопрепарат» ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры, 1991—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Медицина фәндәре бүлексәһенең академик‑секретары, 1996—2008 йылдарҙа Рәсәй Медицина фәндәр академиияһының Башҡортостан ғилми үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Сыуаш Республикаһы Фәндәр Академиияһының почётлы академигы (1994), медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1960). Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ-ара премия (2001) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1985) лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Риза Шәйехйән улы Мағазов 1932 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Яңы Ишле ауылында тыуған. Атаһы Шәйехйән Сәбәхетдин улы Мағазов уҡытыусы булып эшләгән. Әсәһе — Әминә Муллахмәт ҡыҙы. Ғаиләләрендә һигеҙ бала булған. Ризаның өлкән ағаһы — Азат, отставкалағы полковник, билдәле яҙыусы. 1938 йылда атаһы Сулпан башланғыс мәктәбенең директоры итеп тәғәйенләнгән, һәм Риза ошо мәктәптә уҡый башлаған. Һуғыш ваҡытында атаһы һәм өлкән ағаһы фронтҡа киткән. Риза өйҙә өлкәне булып ҡалған.

1955 йылда Башҡортостан дәүләт медицина институтын тамамлаған, уҡытыусы Әнүзә Мөғәллим ҡыҙына өйләнгән.

Миәкә районында Риза Шәйехйән улы окулист, хирург булып эшләгән. Артабан ул — Миәкә районының баш врачы, Әлшәй районының баш врачы.

Риза Шәйехйән улы Мағазов 13 йыл дауамында Башҡортостандың төп больницаһын — Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһын етәкләгән. 1976 йылда Риза Шәйехйән улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған.

1978 йылда ул И. И. Мечников исемендәге Өфө вакциналар һәм сывороткалар фәнни-тикшеренеү институтының (НИИ) директоры. Риза Мағазов кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары: сәбәбе шартлы патоген микробтар булған сирҙәрҙе билдәләү (диагностика), дауалау һәм профилактикалау маҡсатында яңы препараттар уйлап сығарыу, прививкаланған организмдың торошон баһалау методтарын һәм вакцина препараттарының эффектлылығын өйрәнеү. Коллективтың ҙур хеҙмәте Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән билдәләнгән.

Р. Ш. Мағазов уйлап тапҡан вакцина препараттары: Өфө, Пермь һәм Томск Фәнни-тикшеренеү институттары ВС етештергән сорбирланған оптималь балансланған полианатоксин; шартлы патоген бактериялар һәм бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк вирусын профилактикалаусы ассоциацияланған препарат.

Р. Ш. Мағазов Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһын ойоштороусыларҙың береһе.

1991 йылдан Риза Шәйехйән улы — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының медицина фәндәре бүлексәһе академик-секретары.

Ғаиләһе: ҡатыны Мағазова Әнүзә Мөғәллим ҡыҙы. Улы, ике ҡыҙы, ейәндәре һәм ейәнсәрҙәре.

Ғалим 2022 йылдың 30 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Р. Ш. Мағазовтың уҡыусылары араһында биш фән докторы һәм һигеҙ фән кандидаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мағазов — Сыуаш милли академияһының Почётлы академигы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған врачы. Риза Мағазов Рәсәй Федерацияһының Министрҙар Советы премияһы лауреаты. Ул 150-нән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы, күп монографияларҙың, уйлап сығарыуҙар танытмалар авторы. Микробиология, аллергология һәм иммунология, медицина һәм биология фәндәре буйынса Берләштерелгән ғилми диссертацион советтың рәйесе. Рәсәй медицина фәндәре академияһының Башҡорт фәнни үҙәген уңышлы етәкләгән.

Р. Ш. Мағазов — СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985), Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2001), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986), «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары менән наградланған.

150-нән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 12 монография авторы, алты авторлыҡ танытма эйәһе.

  • Поствакцинальные реакции: механизм развития и профилактика. Уфа: Башкнигоиздат, 1991.
  • Совместимость вакцин при комплексной и ассоциированной иммунизации. Уфа: Китап, 1996.
  • Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Уфа: Гилем, 2006.
  1. В Уфе ушел из жизни академик Риза Магазов. ИА «Башинформ» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 декабрь 2022)
  • Счастье быть нужным. Уфа: РИО ГУП «Иммунопрепарат», 2003.
  • Дорога длиною в век. 1905—2005. Уфа: РИО ГУП «Иммунопрепарат», 2005.
  • Камалетдинов М. А. Учёные и время. Уфа: Гилем, 2007.
  • Научная и инновационная деятельность