Яхин Риза Хажиәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Риза Хәжиәхмәт улы Яхин битенән йүнәлтелде)
Яхин Риза Хажиәхмәт улы
Тыуған көнө

13 июнь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Абдрахман ауылы

Вафат булған көнө

15 декабрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (63 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Сосновка ауылы

Гражданлығы

СССР
Рәсәй флагы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1976
Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены
СССР Дәүләт премияһы — 1979

Яхин Риза Хажиәхмәт улы (13 июнь 1935 йыл — 15 декабрь 1998 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1952—1995 йылдарҙа Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозы комбайнсыһы. РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Риза Хажиәхмәт улы Яхин 1935 йылдың 13 июнендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Абдрахман тыуған.

1952—1995 йылдарҙа Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозында комбайнсы булып эшләй. Хеҙмәт етештереүсәнлегендә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: 1971—1973 йылдарҙа 8—13 мең, 1976 йылда 27 мең центнер ашлыҡ һуға. РСФСР Юғары Советының 10-сы саҡырылыш депутаты. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1973) ордендары менән бүләкләнгән.

Баймаҡ районының һәм Баймаҡ ҡалаһының почётлы гражданы[1].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]