Рила (милли парк)
Рила | |
---|---|
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 810,46 |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1992 йыл |
Урынлашыуы | |
42°11′00″ с. ш. 23°35′00″ в. д.HGЯO | |
Яҡындағы ҡала | Дупница |
rilanationalpark.bg | |
Рила Викимилектә |
«Рила» милли паркы (болг. Национален парк „Рила“) — Болгарияла майҙаны буйынса иң ҙур милли парк.
Дөйөм характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992 йылдың 24 февралендә милли әһәмиәтендәге экосистеманы һаҡлау өсөн ойошторолған.
Парктың майҙаны 810,46 км² тәшкил итә. Милли парк Болгарияның София, Кюстендил, Благоевград һәм Пазарджик өлкәләре территорияһында, Рила тауында урынлашҡан. Бейеклеге 800 метрҙан (Благоевград ҡалаһы тирәһендә) 2925 метрға тиклем (Мусала тауы — Балҡан ярымутрауының и бейек нөктәһе) барып етә.
«Рила» милли паркы Европаның иң ҙур һәм иң әһәмиәтле һаҡланыусы тәбиғәт зоналарҙың береһе булып тора. Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы классификацияһы буйынса икенсе категорияға ҡарай.
Милли парк составына дүрт ҡурсаулыҡ — Паранаглица, Үҙәк Рила, Ибара, Скакавица ҡурсаулыҡтары керә. Уларҙың барыһы ла ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһы сиктәрендә Бөтә донъя биосфера резерваттары селтәренә, ә ике ҡурсаулыҡ БМО-ның махсус һаҡланыусы тәбиғәт территориялары исемлегенә индерелгән.
Парк составында 120 күл, шул иҫәптән ете Рила күлдәре бар. Күп кенә йылғаларҙың инештәре, шул иҫәптән Балҡан ярымутрауының иң ҙур йылғаларының береһе Марица һәм Болгарияның иң ҙур йылғаһы Искырҙың инештәре милли парк биләмәләрендә урынлашҡан.
Парк урта зонаның палеарктик урмандарына ҡараған Родоп ҡатнаш урмандары составына инә. Урмандар 534,81 км² (дөйөм майҙандың 60 %) майҙанды биләй. Яҡынса 1400 үҫемлек төрө, 282 мүк төрө һәм 130 сөсө һыулы ылымыҡтар төрө теркәлгән. Милли парк биләмәләрендә һөтимәрҙәрҙең 48 төрө, ҡоштарҙың 99 төрө, ер-һыу хайуандарының һәм һөйрәлеүселәрҙең 20 төрө, балыҡтарҙың 5 төрө һәм умырҡаһыҙҙарҙың 2934 төрө (шуларҙың 282 эндемиктар) осрай.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рила (милли парк) Викимилектә |
- Рәсми сайт (болг.) (инг.)