Шәйғәлимов Рим Кәрим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рим Каримович Шайгалимов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шәйғәлимов Рим Кәрим улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 24 февраль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Красноярск крайы, Емельяновский район[d], Шуваевский сельсовет[d], Старцево[d]
Вафат булған көнө 27 июнь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (52 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Красноярск крайы
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы
Музыка ҡоралы вокал[d]

Шәйғәлимов Рим Кәрим улы (24 февраль 1957 йыл27 июнь 2009 йыл) — Рәсәйҙең оппозициялағы сәйәси эшмәкәре. Һөнәре буйынса опера йырсыһы. Милләте башҡорт.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим Кәрим улы Шәйғәлимов 1957 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Павловка ҡасабаһында тыуған. Элекке опера йырсыһы, опера йырсылары конкурстары, шул иҫәптән халыҡ-ара конкурс лауреаты. 1990—1996 йылдарҙа, үҙенең «Виртуозы Иркутска» тигән фирмаһын ойоштороп, концерттар ҡуйып йөрөй, фоторәссам. Иркутскиҙа, 1998 йылдан Красноярск ҡалаһында йәшәй. КПРФ (2006 йылға тиклем) һәм «Башҡа Рәсәй» коалицияһы ағзаһы, беренсе саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Милли ассамблеяһы депутаты. Ризаһыҙлыҡ белдергән сәйәси акцияларҙа һәм перформанстарҙа ҡатнашыусы һәм уларҙы ойоштороусы.

Бер нисә тапҡыр милиция органдары тарафынан тотола, беренсе тапҡыр 2006 йылда, милиция хеҙмәткәрҙәрен туҡмауҙа ғәйепләнеп, алты айға иркенән мәхрүм ителә. Урындағы оппозиционерҙар уны сәйәси тотҡон тип иғлан итә[1].

2008 йылдың 9 майында Еңеү көнөнә арнап үткәрелгән митинг ваҡытында милиция хеҙмәткәренә һөжүм иткәне өсөн, 2008 йылдың 30 октябрендә Шәйғәлимовҡа 5,5 йылға ҡаты режимлы колонияға ябыу хөкөм язаһы бирелә[2].

Красноярск  крайының Емельяново районы Старцево ҡасабаһында урынлашҡан ҡаты режимлы колонияла хөкөм язаһын үткәндә һәләк була; колония хеҙмәткәрҙәре раҫлауынса, коридор тәҙрәһенән ташланып үҙен-үҙе үлтергән[3]. Шәйғәлимовтың туғандары уны үлтерелгән тип иҫәпләй[4], рәсми кешеләр был мәғлүмәтте ҡәтғи инҡар итә[5]. Шәйғәлимов иҫтәлегенә пикеттар Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында үтә[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]