Эстәлеккә күсергә

Әйүпов Рим Шәрип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рим Әйүпов битенән йүнәлтелде)
Әйүпов Рим Шәрип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 4 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 февраль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Киров, Рәсәй
Һөнәр төрө театр актёры, кино актёры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Әйүпов Рим Шәрип улы (4 июль 1938 йыл2 февраль 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры. 1965—1996 йылдарҙа Киров ҡалаһындағы драма һәм өлкә йәш тамашасы театрҙары хеҙмәткәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1984).

Рим Шәрип улы Әйүпов 1938 йылдың 4 июлендә Башҡорт АССР-ының Поляковка ауылында тыуған[1].

Түбәнге Тагил һәм Севастополь театрҙарында эшләй. 1964 йылдан Киров радиоһы дикторы була, ә 1965 йылда Киров драма театрына эшкә килә. Ике тиҫтә йылдан һуң Н. Островский исемендәге Киров өлкә йәш тамашасы театрына күсә һәм 1996 йылға тиклем шунда эшләй. Рим Шәриф улы кинола төшә, уның ижад активында — 16 кинокартина.

«Три жизни мадонны» — А. С. Пушкиндың ҡатыны Н. Н. Гончарова тураһында, «Я помню чудное мгновенье» — Анна Керн тураһында тасуири уҡыу программаһы башҡарыусыһы.

Оҙайлы яман шеш ауырыуынан һуң Рим Әйүпов 2015 йылдың 2 февралендә Киров ҡалаһында вафат була.[2]

  • 1973 — «Юнга Северного флота»
  • 1984 — «Поиски истины» — Павлов Иван Петрович
  • 1986 — «Лётное происшествие» — авиабаза башлығы
  • 1988 — «Комментарий к прошению о помиловании» — Вячеслав Иванович Тепляков
  • 1989 — «Бывший папа, бывший сын»
  • 1989 — «Процесс» — судья Постников
  • 1990 — «В полосе прибоя» — ҡарауылсы
  • 1990 — «Николай Вавилов» — Терентьев
  • 1991 — «Армавир» — катала
  • 1991 — «Без правосудия» — Морг
  • 1991 — «Люк» — сусҡа көтөүсеһе
  • 1991 — «Откровение Иванна Первопечатника» — Максим Грек
  • 1992 — «Тишина» — Вохминцев
  • 1994 — «Тень Алангасара» — Сихырсы
  • 1995 — «Лунные псы»
  • 1995 — «Под знаком Скорпиона» — Ленин