Эстәлеккә күсергә

Гәрәев Риф Рәхим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Риф Гәрәев битенән йүнәлтелде)
Гәрәев Риф Рәхим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Архангел, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто ӨДНТУ

Гәрәев Риф Рәхим улы (рус. Гареев Риф Рахимович; 24 февраль 1938 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре, 1985—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Риф Рәхим улы Гәрәев 1938 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының Архангел районы Архангел ауылында тыуған. Милләте башҡорт. Юғары белемле — 1970 йылда Өфө нефть институты тамамлаған.[1]

Хеҙмәт юлын, Өфө индустриаль техникумын тамамлағас, 31-се треста ташсы булып башлай. Артабан шул уҡ треста бригадир була. 1959—1962 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң шул уҡ треста мастер булып эшләй. 1966 йылда КПСС-тың Өфө ҡала комитетында инструктор, бүлек мөдире була. 1978 йылда «Главбашстрой» начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй.

1985—1991 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1989—1991 йылдарҙа РСФСР Коммунистар партияһы Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. [2]

Өфө ҡалаһының Совет районы, 67-се Северо-Посадский һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына халыҡ депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены,
  • «Почёт Билдәһе» ордены,
  • миҙалдар.
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104