Исхаҡов Ришат Сәлмән улы
Уҡыу көйләүҙәре
(Ришат Сальманович Исхаков битенән йүнәлтелде)
Исхаҡов Ришат Сәлмән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 апрель 1956[1] (68 йәш) |
Тыуған урыны | Үрге Санъяп ауылы, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | инженер-механик |
Уҡыу йорто | Башҡортостан ауыл хужалығы институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Исхаҡов Ришат Сәлмән улы (7 апрель 1956 йыл) — хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы эшмәкәре һәм муниципаль хеҙмәткәр, инженер-механик. 2000—2012 йылдарҙа Иглин район хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ришат Сәлмән улы Исхаҡов 1956 йылдың 7 апрелендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Үрге Санъяп ауылында тыуған. 1973 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү факультетына уҡырға инә. «Инженер-механик» һөнәре буйынса юғары белем алғас, йүнәлтмә менән тыуған районына эшкә ебәрелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001)
- «Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр» VI Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (2007)