Эстәлеккә күсергә

Исхаҡов Ришат Сәлмән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ришат Сәлмән улы Исхаҡов битенән йүнәлтелде)
Исхаҡов Ришат Сәлмән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 апрель 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (68 йәш)
Тыуған урыны Үрге Санъяп ауылы, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө инженер-механик
Уҡыу йорто Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Исхаҡов Ришат Сәлмән улы (7 апрель 1956 йыл) — хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы эшмәкәре һәм муниципаль хеҙмәткәр, инженер-механик. 2000—2012 йылдарҙа Иглин район хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Ришат Сәлмән улы Исхаҡов 1956 йылдың 7 апрелендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Үрге Санъяп ауылында тыуған. 1973 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү факультетына уҡырға инә. «Инженер-механик» һөнәре буйынса юғары белем алғас, йүнәлтмә менән тыуған районына эшкә ебәрелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001)
  • «Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр» VI Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (2007)