Эстәлеккә күсергә

Роберт Гайдик

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Роберт Гайдик
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1923
Тыуған урыны Злин[d]
Вафат булған көнө 14 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Вафат булған урыны Липлян[d]
Һуғыш/алыш Народно-освободительная война Югославии[d]
 Роберт Гайдик Викимилектә
Роберт Гайдик иҫтәлегенә стела

Роберт «Славко» Гайдик (чех Robert "Slavko" Gajdík, макед. Роберт "Славко" Гајдик; 1923, Злин — 14 ғинуар 1942, Липлян) — Югославия халыҡ-азатлыҡ һуғышы партизаны[1].

Роберт Гайдик Чехословакияла Злинда тыуған. Уның атаһы Югославия короллегенең көньяғында Матка каньонында гидроэлектростанция төҙөгән Чехословакия компанияһында эшләгән[2]. Злинда «Бата» аяҡ кейеме фабрикаһында эшләй, Германия Чехословакияны оккупациялағандан һуң Югославияға күсә[3]. Велосипедта күп сәйәхәт иткән[4]. Мәктәптә уҡыған осорҙа һулдар хәрәкәте вәкилдәре менән осраша; төҙөлөш техник училищеһын тамамлай һәм 1939 йылдан Югославия коммунистик йәштәр союзы эшмәкәре була.

1941 йылдың тәүге яртыһында Югославия коммунистар партияһының Скопье ҡала комитеты ҡарары буйынса «Радуша» шахтаһына баш кладовщик булараҡ эшкә урынлаша, йәштәр төркөмө менән бергә антифашистик агитацияла ҡатнаша. Германия ғәскәрҙәре Югославияны оккупациялағандан һуң партизандар хәрәкәтенә ҡушыла; 1 майҙа ул Скопье үҙәгендәге «дивизион бинаһы» өҫтөндә ҡыҙыл байраҡты күтәрә, ә июнь башында Скопье аэродромына ут төртөүҙе ойоштора, һөҙөмтәлә Junkers Ju 52 немец транспорт самолёты шартлай һәм яна. 1941 йылдың 22 авгусынан Роберт 1-се Скопье партизан отряды составында Дане Крапчев, Васил Антевский, Боро Петрушевский һәм башҡалар менән бергә хеҙмәт итә. Сентябрҙә Кумановоға бара, бында шартлатҡыс менән файҙаланыу буйынса урындағы партизандарҙың инструкторы була. Бында 12 көндән 15 көнгә тиклем булған.

1941 йылдың ноябрендә Роберт гестаповсылар тарафынан ҡулға алына, әммә арестан ҡаса һәм Приштинала йәшенә, Зенел Хайдини исемендәге партизандар отрядында хеҙмәт итә. Ауырыуына ҡарамаҫтан, ҡорал һәм гранталар яһап һәм йүнәтеп, партизандарға булышлыҡ итеүен дауам итә. 1942 йылдың башында Суви-Дол ауылында ҡулға алына, Липлянға күсерелә һәм 1942 йылдың 14 ғинуарында атыла. Роберт Гайдикка тик 19 йәш була[2].

Үҙәк общинаһында ҡала үҙидараларының береһенә һәм йәмәғәт ойошмаһына Роберт Гайдик исеме бирелгән[5]. Роберт Гайдик йәшәгән йорт эргәһендә 1972 йылда бюст ҡуйылған. 2013 йылдан Гайдиктың вафат булыуы йыллығы уңайынан уҙғарылған иҫтәлекле сараларҙа Чехияның Македония Республикаһындағы илселеге вәкилдәре ҡатнаша[4].

  1. «Гајдик, Роберт — Славко». Македонска енциклопедија книга I: стр. 330. (2009). Скопје: Македонска академија на науките и уметностите.
  2. 2,0 2,1 Одбележана 71 година од смртта на народниот херој Роберт Гајдик 2017 йыл 26 март архивланған. (макед.)
  3. Uctění památky Roberta Gajdíka (чех.)
  4. 4,0 4,1 Одбележување на споменот за Роберт Гајдик (макед.). Амбасада на Република Чешка во Скопје (3 март 2015). Дата обращения: 18 август 2015.
  5. Урбани заедници (макед.). Општина Центар. Дата обращения: 18 август 2015. Архивировано из оригинала 17 август 2015 года. 2015 йыл 17 август архивланған.