Родрик Дэни

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Дэни Родрик
Dani Rodrik
Dani Rodrik AB 02.jpg
Дэни Родрик
Тыуған көнө:

14 август 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[1] (62 йәш)

Тыуған урыны:

Төркиә, Истанбул[2]

Гражданлығы:

Flag of Turkey.svg Төркиә

Ғилми өлкәһе:

иҡтисад, халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр, иҡтисади үҫеш, сәйәси экономия

Эшләгән урыны:

Гарвард университеты
Колумбийский университет[d]
Институт перспективных исследований[d]
Лондонская школа экономики и политических наук[d]

Уҡыу йорто:

Высшая нормальная школа[d]
Гарвард университеты
Принстонский университет[d]
Роберт-колледж[d]

Ғилми етәксеһе:

Авинаш Диксит[d]

Награда һәм премиялары


Василий Леонтьев премияһы (Global Development and Environment Institute)

Родрик Дэни (ингл. Dani Rodrik; 14 август 1957 йыл) — төрөк иҡтисадсыһы, үҫештәге илдәрҙең иҡтисады һәм институциональ реформалар буйынса белгес, Гарвард университеты эргәһендәге Джон Ф. Кеннеди Хөкүмәт мәктәбенең халыҡ-ара сәйәси экономия профессоры. Уға тиклем Нью-Джерси штатындағы Принстон Перспектив тикшеренеүҙәр институты эргәһендәге Альберт Хиршман исемендәге кафедраның социаль фәндәр профессоры була.

Халыҡ-ара иҡтисад, иҡтисади үҫеш һәм сәйәси экономия өлкәһендә Родриктың публикациялары күп. Уның тикшеренеүҙәр үҙәгендә торған төп мәсьәләләрҙең береһе — нимә ул яҡшы иҡтисади сәйәсәт һәм ни өсөн был өлкәлә ҡайһы бер хөкүмәттәр башҡаларға ҡарағанда уңышлы эшләй. Төп хеҙмәттәре: «Иҡтисад хәл итә: „ауыр фәндең“ көсө һәм көсһөҙлөгө» (Economic Rules: The Rights and Wrongs of the Dismal Science) и «Глобалләшеү парадоксы. Демократия һәм донъя иҡтисадының киләсәге» (The Globalization Paradox: Democracy and the Future of the World Economy). Global Policy академик журналының мөхәррирҙәше булып тора[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дэни Родрик 1957 йылдың 14 авгусында Сефард йәһүдтәре ғаиләһендә тыуған[4]. Истамбулда Robert College тамамлағас[5], ул Гарвард колледжында — А. Б. дәрәжәһен (отличиелы диплом), артабан «Сауҙа именлеге теорияһы һәм валюта сәйәсәте буйынса тикшеренеүҙәр» диссертацияһы өсөн — иҡтисад өлкәһендәге философия докторы һәм Принстон университетында дәүләт идараһы оҫтаһы дәрәжәләрен ала.

«Radikal» төрөк гәзите өсөн иҡтисад буйынса мәҡәләләр яҙа (2009 йылдың июленән). Review of Economics and Statistics’тың мөхәррирҙәше булып тора.

Родриктың исеме Милли Иҡтисади тикшеренеүҙәр бюроһы, Иҡтисади сәйәсәт тикшеренеүҙәре үҙәге, Глобаль үҫеш үҙәге, Халыҡ-ара иҡтисад институты һәм Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр советы менән бәйләнгән. Дэни Родрик Форд һәм Рокфеллер фондтарынан гранттар алған.

2011 йылда, башҡарма комитет ағзаһы сифатында, яңы ойошторолған World Economics Association'ға ҡушыла.

Ҡатыны — түңкәрелеш әҙерләү планында ҡатнашҡан өсөн ғүмерлек төрмәгә (мөҙҙәте һуңынан 20 йылға тиклем кәметелә) хөкөм ителгән отставкалағы төрөк генералы Четин Догандың ҡыҙы.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уның 1997 йылда сыҡҡан «Глобалләшеү үтә шашып киттеме?» тигән китабы «Bloomberg Businessweek» журналы тарафынан «тиҫтә йыллыҡтың иң мөһим иҡтисади китаптарының береһе» тип табыла.

Хеҙмәтендә ул глобаль баҙар менән социаль тотороҡлолоҡ араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтың өс юҫығын иғтибар үҙәгенә ҡуя, глобалләшеү осоронда барлыҡҡа килгән һәм глобаль баҙарҙа уңыш ҡаҙаныу мөмкинлектәренә һәм капиталға эйә булған милли дәүләттәр менән ундай өҫтөнлөктән мәхрүм булған дәүләттәр араһындағы айырманы тәрәнәйтеүсе дилемманы асып күрһәтә. Шулай итеп, был ирекле баҙар системаһы социаль тотороҡлолоҡҡа һәм урындарҙағы социаль нормаларға хәүеф менән янай[6]. Анализ барышында Родрик был ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың өс сәбәбен айыра.

Беренсенән, глобалләшеү көсөргәнеш тыуҙыра, сөнки сауҙа һәм тура сит ил инвестициялары өсөн ҡаршылыҡтарҙың кәмеүе бындай трансмилли мөнәсәбәттәр биргән өҫтөнлөктәрҙән файҙалана алыусы милләттәр һәм төркөмдәр менән бындай мөмкинлеккә эйә булмағандар араһында яңы сиктәр хасил итә. Родрик беренсе категорияға юғары квалификациялы эшселәрҙе, профессионалдарҙы һәм үҙҙәренең мөмкинлектәрен ихтыяж булған өлкәләрҙә ҡулланырға һәләтле булғандарҙы индерә. Икенсе категорияға глобалләшеү шарттарында урыны тотороҡһоҙлана барған квалификацияһыҙ эшселәр һәм ярымквалифициялы хеҙмәткәрҙәр ҡарай.

Икенсенән, глобалләшеү милләттәр эсендә һәм милләттәр араһында конфликттар тыуҙыра. Техника һәм мәҙәниәт торған һайын стандартлаша бара, һәм төрлө милләттәр, ҡағиҙә булараҡ, халыҡ-ара кимәлдә стандарт формаларҙа таралған был коллектив нормаларҙы һәм ҡиммәттәрҙе ҡабул итмәүен күрһәтә башлай.

Өсөнсөнән, глобалләшеү, милли дәүләттәргә социаль страховкалауҙы тәьмин итеүҙе бик ныҡ ауырлаштырғанға күрә, хәүеф сығанағына әйләнә

«Үҙенең ҡарашын Д. Родрик глобалләшеүҙе бер һүҙһеҙ хуплаған сәйәсмәндәр һәм иҡтисадсыларҙың консенсусына альтернатива тип һанай. Д. Родриктың глобалләшеүгә ҡарашы ике фекергә нигеҙләнә: (1) баҙарҙар һәм хөкүмәттәр бер-береһен тулыландыра, ә алмаштырмай; (2) капитализмдың иҡтисади сәскә атыу мөмкинлеген бирә торған күп моделдәре бар»[7].

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рус телендәге мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Родрик тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Encyclopædia Britannica
  2. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #121942325 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. Staff writer Editorial Board. Wiley-Blackwe]].
  4. NY Times Article
  5. Turkishtime Article (in Turkish)
  6. Rodrik, Dani The New Global Economy and Developing Countries: Making Openness Work — Overseas Development Council, 1999. — ISBN 1-56517-027-X.
  7. Аннотация к книге Родрик Д. Парадокс глобализации: демократия и будущее мировой экономики Введение. Новый взгляд на глобализацию // Экономическая социология. — 2014. — Т. 15. — № 2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]