Росс диңгеҙе
Росс диңгеҙе | |
---|---|
![]() | |
Майҙаны | 439 000 км² |
Яр буйы оҙонлоғо | 2400 км |
Иң ҙур тәрәнлек | 2972 м |
Уртаса тәрәнлек | 677 м |
![]() | |
![]() |
Росс диңгеҙе — Көньяҡ океан диңгеҙе.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Майҙаны 439 мең км², иң ҙур тәрәнлеге — 2972 м. Ярҙары таулы, ныҡ йырғыланған. Диңгеҙҙең көньяҡ өлөшө иң ҙур Росс боҙлоғо менән ҡапланған, уның менән бергә диңгеҙҙең майҙаны 960 мең км² тәшкил итә.
Диңгеҙҙең асыҡ өлөшө йыл әйләйенә тиерлек айсбергтар менән ҡапланған.
Тоҙлолоғо 33,7-34,4 ‰. Ағымдар сәғәт теле буйынса әйләнеш барлыҡҡа килтерә. Ярым тәүлекле һыу артымдары 1 метрға барып етә.
Диңгеҙҙә Росс тюлене, Уэдделл тюлене, диңгеҙ ҡыҫалаһын ашаусы тюлень, диңгеҙ леопарды, криль, косатка, пингвиндар, балыҡтар, киттар һ. б. тереклек итә.
Диңгеҙ 1841 йылда инглиз поляр тикшеренеүсеһе Дж. К. Росс менән асыла һәм уға арнап атала.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Росс диңгеҙе Викимилектә |
---|---|
![]() |
Росс диңгеҙе Викигид |
- Карта Антарктиды с прилегающими морями 2012 йылдың 15 декабрь көнөндә архивланған.
![]() |
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |