Көньяҡ океан
Көньяҡ океан | |
Рәсми атамаһы | Southern Ocean |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Көньяҡ һәм Антарктика |
Донъя ҡитғаһы | Антарктика |
Административ-территориаль берәмек | Территория Антарктического договора[d] |
Урын | Көньяҡ ярымшар[d] |
Вертикаль тәрәнлеге | 7235 метр һәм 7235 метр |
Майҙан | 20 327 000 ± 1 км² |
Күләме | 71 800 000 км³ |
Длина береговой линии | 17 968 km |
Көньяҡ океан Викимилектә |
Көньяҡ океа́н (Ҡалып:Lang-old-ru) — Антарктиданы уратып алған өс океандың (Тымыҡ, Атлантик һәм Һинд) көньяҡ өлөштәрен берләштергән океандың атамаһы[1], һәм йыш ҡына «бишенсе океан» тип атала, әммә уның утрауҙар һәм ҡитғалар менән билдәләнгән аныҡ ҡына төньяҡ сиге юҡ. Көньяҡ океандың майҙанын океанология прицибы буйынса һалҡын антарктик ағымдың өс океандың йылы һыуҙары менән осрашҡан һыҙаты булараҡ билдәләргә була. Ләкин бындай сик һәр ваҡыт урынын алмаштыра һәм миҙгелгә ҡарап үҙгәреп тора, шуға ла практикала ҡулланыу өсөн бик уңайһыҙ. 2000 йылда — Халыҡ-ара гидрографик ойошма ағзалары булған дәүләттәр Көньяҡ океанды үҙендә Атлантик, Һинд һәм Тымыҡ океандарҙы берләштереүсе үҙаллы бишенсе океан булараҡ айырып күрһәтергә ҡарар итә. Ул төньяҡтан көньяҡ киңлектең 6-сы параллеле менән сикләнә, шулай уҡ Антарктика тураһындағы килешеүгә таяна[2]. Шулай итеп, Көньяҡ океандың майҙаны 20,327 млн км² тип ҡабул ителә (Антарктида ярҙары һәм көньяҡ киңлектең 60-сы параллеле араһында)[2].
Океандың иң тәрән урыны Көньяҡ-Сандвичев улағында һәм 8264 м тәшкил итә[2]. Уртаса тәрәнлеге — 3270 м[3]. Яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 17 968 км[3].
1978 йылда урыҫ телендә баҫылып сыҡҡан бөтә практик диңгеҙ әсбаптарында (диңгеҙ навигацияһы карталары, лоциялар, уттар һәм билдәләр һәм башҡалар) «Көньяҡ океан» тигән төшөнсә бөтөнләй булмай, диңгеҙҙә йөҙөүселәр тарафынан был термин бөтөнләй ҡулланылмай[1].
XX быуат аҙағынан Роскартография нәшер иткән карталарҙа һәм атластарҙа Көньяҡ диңгеҙе тигән термин бар. Атап әйткәндә, ул фундаменталь Донъя атласының 3-сө баҫмаһында ла һәм XXI быуатта баҫылған башҡа атластарҙа ла күрһәтелгән[4].
Антарктида тирәләй урынлашҡан диңгеҙҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антарктида тирәһендә 13 диңгеҙ бар тип билдәләнә: Уэдделл, Скоша, Беллинсгаузен, Росс, Амундсен, Дейвис, Лазарев, Рисер-Ларсен, Космонавтар, Берҙәмлек, Моусон, Дюрвил, Сомов; Норвегияла шулай уҡ Король Хокон VII исемендәге диңгеҙ бар тип йөрөтөлә. Көньяҡ океандың мөһим утрауҙары: Көньяҡ Шетланд, Көньяҡ Оркней. Антарктика шельфы 500 метрға тиклем һыу төбөндә урынлашҡан[5].
Скош диңгеҙенән башҡалары бөтәһе лә сик буйында урынлашҡан. Күпселек илдәрҙә ҡабул ителгән традиция буйынса улар яр буйҙарын түбәндәгесә секторҙарға бүләләләр[6]:
Атамаһы | Сектор | Кем хөрмәтенә аталған | |||
---|---|---|---|---|---|
. | |||||
Лазарев диңгеҙе | 0—14° в. д. | Михаил Лазарев, адмирал, Антарктиданы беренсе булып асыусы | |||
Рисер-Ларсен диңгеҙе | 14—34° в. д. | Яльмар Рисер-Ларсен, генерал-майор, Норвегияның хәрби һауа ғәскәрҙәрен ойоштороусы | |||
Космонавтар диңгеҙе | 34—45° в. д. | Беренсе космонавтар (1961—1962) | |||
Берҙәмлек диңгеҙе | 70—87° в. д. | Антарктикала халыҡ-ара хеҙмәттәшлек | |||
Дейвис диңгеҙе | 87—98° в. д. | Дж. K. Дэйвис, к"Аврора" капитаны, Моусон диңгеҙе экспедицияһы (1911—14) | |||
Моусон диңгеҙе | 98—113° в. д. | Дуглас Моусон, геолог, өс экспедицияның етәксеһе | |||
Дюрвил диңгеҙе | 136—148° в. д. | Жюль Дюмон-Дюрвиль, океанограф, контр-адмирал | |||
Сомов диңгеҙе | 148—170° в. д. | Михаил Сомов, беренсе совет Арктик экспедицияһы башлығы (1955—57) | |||
Росс диңгеҙе | 170° в. д. — 158° з. д. | Джеймс Росс, контр-адмирал, кҡньяҡ киңлектең 78 градусын беренсе булып үткән кеше | |||
Амундсен диңгеҙе | 100—123° з. д. | Руаль Амундсен, Көньяҡ полюсҡа беренсе булып барып еткән кеше | |||
Беллинсгаузен диңгеҙе | 70—100° з. д. | Фаддей Беллинсгаузен, адмирал, Антарктиданы беренсе булып асыусы | |||
Скош диңгеҙе | 30—50° з. д., 55—60° ю. ш. | «Скош» (ингл. Scotia), судно экспедиции Брюса (1902—1904) | |||
Уэдделл диңгеҙе | 10—60° з. д., 78—60° ю. ш. | Джеймс Уэдделл, киттар атыусы, 1820 йылда был төбәкте тикшереүсе-х | |||
Король Хокон VII диңгеҙе (редко используется) | 20° в. д. 67° ю. ш. | Хокон VII, король Норвегии | |||
. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Көньяҡ океан — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Деев М. Г. Южный океан . Большая российская энциклопедия. Электронная версия (2017). Дата обращения: 19 декабрь 2017. 2018 йыл 14 июнь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Geography - Southern Ocean . CIA Factbook. Дата обращения: 19 декабрь 2017. 2017 йыл 13 февраль архивланған.
- ↑ Южный Океан. Антарктида // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 201. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Южный или Антарктический океан . Дата обращения: 24 май 2009. Архивировано из оригинала 2 июль 2011 года. 2011 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ Грушинский, Н.; Дралкин, А. АнтарктидаМ.: Недра, 1988. — 199 с. — ISBN 5-247-00090-0. . —
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Полярные страны Южного полушария // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |