Эстәлеккә күсергә

Ростовтың космонавтика музейы

47°12′39″ с. ш. 39°37′08″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Ростовтың космонавтика музейы
Ил Рәсәй
Адрес 344002 Дондағы Ростов ҡалаһы
Проект авторы В. Н. Мотин
Бөгөнгө хәле ғәмәлдә


Ростов космонавтика музейы ― «Вертикаль» фәнни-мәғариф комплексы бүлексәләренең береһе. Рәсәй, Дондағы Ростов ҡалаһында урынлашҡан.

Музей Дондағы Ростов ҡалаһында, 2009 йылдың сентябрь айында тантаналы рәүештә асыла. Музейҙы асыу ААЙ «Квант» космик приборҙар төҙөү фәнни-етештереү предприятиеһына нигеҙ һалыныуҙың 30-йыллығына тура килтерелә. Музей фән докторы, академик һәм Рәсәй инженерлыҡ академияһының вице-президенты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған конструкторы, генераль директор һәм баш конструктор ― В. Н. Мотиндың инициативаһы буйынса булдырыла. Космонавтика музейы буйлап беренсе экскурсияны Дон крайы кешеһе, Рәсәй Геройы Ю. В. Усачев үткәрә.

Музей экспозицияһы ҡарамағында күп кенә экспонаттар, космик техника өлгөләре, космонавтарҙың шәхси әйберҙәре, костюмдары, скафандры, архив документтары, космик карапҡа йүнәлеш биреү приборҙары, бәйләнеш спутниктары макеттары, ракеталарҙың навигация приборҙары, тематик фотографиялар, китаптар һәм башҡа баҫма продукциялар, тәңкәләр, маркалар, бүләктәре, архив документтары һәм космик караптың төрлө моделдәре бар. Музейҙы ҡарай килеүселәр пилоттар ашаған аҙыҡ-түлек өлгөләре, уларҙы һаҡлау өсөн ҡалай тубалар һәм пластик пакеттар (хәҙерге ваҡытта шыйыҡ ашамлыҡтар өсөн пластик пакеттар ҡулланалар) менән таныша ала.

Барлығы музей экспозицияһында 400-ҙән артыҡ предмет һаҡлана.

«Союз» космик карабының элементтары, шулай уҡ космонавтар Ер орбитаһында эшләгәндә ҡулланған инструменттары, уларҙың «Форель» скафандры кеүек штаттан тыш хәлдәр өсөн экипировкаһы айырым иғтибарға лайыҡ. Ул ергә төшкәс, яңылыш һыуға тура килгәндә ҡулланыла. Кеше унда 5 тәүлеккә тиклем була ала, артыҡ һыуынып китеү ҡурҡынысы янамай.

ХКС-на барған 15-се экспедицияның космик төшөрөлә торған аппараты «Союз ТМА-10» күргәҙмәлә үҙәк урынды биләй. Уны музейға «Роскосмос» дәүләт корпорацияһы тапшыра, һуңынан музей хеҙмәткәрҙәре тарафынан тергеҙелә һәм идара ителеүсе, караптарҙа төрлө маневрҙарҙы яһап ҡарарға мөмкинлек биреүсе тренажер итеп үҙгәртеп ҡорола. Ул Рәсәй Федерацияһының Көньяҡ федераль округы территорияһында берҙән-бер эшләүсе модель булып тора.

Музей ҡарай килеүселәр, экспонаттарҙы ҡарауҙан тыш, старт һәм ергә төшкән ваҡытта космонавтар урынлашҡан ложементты үҙҙәрендә һынап ҡарарға, космосҡа виртуаль осошо яһарға һәм орбитала кешеләрҙең тормошо һәм эше тураһында документаль фильм ҡарарға мөмкиндәр.

Музей ҙур ғилми-тикшеренеү һәм мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Унда йыш ҡына космос менән бәйле темаларға танып белеү-күңел асыу саралары ойошторола,