Ростов дәүләт филармонияһы
Иҫтәлекле урын | |
Ростов дәүләт филармонияһы
| |
Файл:Ростов филармонияһы ( Дондағы Ростов).jpg | |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Ростов өлкәһе Дондағы Ростов ҡалаһы |
Нигеҙләүсе | 1935 |
Сайт | Рәсми сайт |
Ростов дәүләт филармонияһы — Дондағы Дондағы Ростов ҡалаһындағы филармония.
Адресы: Дондағы Ростов ҡалаһы,Оло Баҡса урамы, 170.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]30-сы йылдарҙың уртаһына тиклем Ростов ҡалаһында симфоник һәм камера концерттары музыка уҡыу йорттары һәм дәүләт Радиокомитеты тарафынан алып барыла.
1935 йылдың 21 мартында Азов-Черноморск башҡарма комитеты Ҡарары нигеҙендә «крайҙы музыкаль хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу маҡсатында» Ростов дәүләт филармонияһы ойошторола. Был эшкә тос өлөш индереүсе — музыка белгесе, педагог, РСФСР-ҙың Атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Григорий Савельевич Домбаев.
Ростов дәүләт филармонияһын асыу Көньяҡ Рәсәйҙә музыка мәҙәниәтен үҫтереүҙең бер өлөшө була. Уның составында 80 йыл Ростов академия симфоник оркестры концерттар бирә . Уның репертуарында боронғо музыка һәм заманса музыка. Һуңғы йылдарҙа оркестр менән дирижерҙар Николай Аносов, Марк Паверман, Леонид Кац, Семен Коган, Рауил Мартынов һ. б. етәкселек итә.
Бынан тыш симфоник оркестр менән бер рәттән филармонияла беренсе тиҫтә йылдар эсендә «Донские казаки» йыр һәм бейеү ансамбле эшләй. Филармонияла Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында барлыҡҡа килгән музыкаль-әҙәби лекторий эш алып бара.
Хәҙерге ваҡытта Ростов филармонияһында музыкаль коллективтар һәм солистар эшләй, улар араһында РФ халыҡ һәм РФ атҡаҙанған артистары, Бөтө Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары һәм дипломанттары бар. Ростов филармонияһында төрлө йылдарҙа барлыҡҡа килгән коллективтар хеҙмәт итә: «Классик-концерт» музыкаль -әҙәби программалар бүлеге, Дәүләт концерт оркестры, В . Н. Еждик исемендәге тынлы инструменттар Дәүләт концерты, «Дон» рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры[1], "Донцы"рус халыҡ инструменттары ансамбле, К. Назаретов исемендәге эстрада-джаз оркестр, «Амазонки» шоу-төркөмө.
Консерватория йорто
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дондағы Ростовтың Оло Баҡса урамындағы өс ҡатлы кирбес йорт (К. В. Чарахчианц табыш йорто) ХХ быуат башында төҙөлгән. Йорт уртаһында, төп ишек өҫтөндә һәм уның ҡабырғаларында балкондар тора. Йорт кәрниздәре һәм пилястрҙары башы, Акротерий һәм барельефтар һылап эшләнгән биҙәкле. Башта өсөнсө ҡатта ҡунаҡхана булған. Бында шулай уҡ "Марс"кафе-театры ла була. Ул тәүҙә «Пале-де-Кристаль» тип аталған. Бинаның беренсе ҡатында магазиндар була.
Һуңыраҡ кафе «татарҙар хеҙмәт ширҡәтенә» ҡуртымға (арендаға) И . Н. Хайбегов, А . Х. Димакаев һәм К. И. Бикеевтарға бирелгән. Һәр кис йортта концерттар үткәрелгән, ростов музыканттары осрашҡан.
1917 йылда бина революцион тарихи ваҡиғалар үҙәге булып тора. Февраль революцияһынан һуң бында Ростов-Нахичеван эшсе депутаттар Советы, ә һуңынан — Хәрби-революцион комитет урынлашҡан. Был йортта 1917 йылдың ноябрендә Октябрь революцияһын танымаған , Донда хәрби хәл иғлан итеп, Рәсәйҙең үҙәк райондарына иген һәм таш күмер ебәреүҙе тыйған Дон хөкүмәте атаманы А Калединаға ҡаршы баш күтәреүҙе әҙерләүсе штаб эшләй.
1927 йылда йортта металлистар клубы була. 1935 йылдан алып был бинала Ростов филармонияһы.
1976—1978 йылдарҙа архитекторҙар Н. А. Сергеев һәм В . А. Королев проекты буйынса йорт заманса итеп реконструкциялана.
Етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ростов дәүләт филармонияһын төрлө ваҡытта етәкләүселәр: Г. С. Домбаев, И. Т. Шапошников, А . П. Артамонов, Г. И. Безродный, А . М. Луковский,. Н. С. Костарев, Э. В. Агопова, Б. Я. Чирвин, В . Н. Епифановский, Ф. И. Ищенко.
Хәҙерге ваҡытта Ростов дәүләт филармонияһын генераль директор Оксана Ивановна Яковлева етәкләй.
Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лобжанидзе В., Г. Лаптева Г. «Путешествие по старому Ростову». Ростов н/Д, 1997. с. 153.