Ростов ирҙәр коммерция училищеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

[[Файл:|thumb|right|250px|]]

Иҫтәлекле урын
Ростов ирҙәр коммерция училищеһы
280px
Бина революцияға тиклем.
Артҡы планда — Покров сиркәүе.[1]
Ил Россия
Урыны Дондағы Ростов Название местоположения=ҡала
Бина тибы кирбес
Төҙөлөшө 19021904 йылдар
Статус РФ мәҙәни мираҫы

1904Состояние=ғәмәлдә|lat_min=13|lat_sec=24|lon_min=43|lon_sec=57|region=RU|CoordScale=5000}}

Ростов ирҙәр коммерция училищеһы — Дондағы Ростовта Октябрь революцияһына тиклемге училищеларҙың береһе.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1890-сы йылдар башынан алып Дондағы Ростовта иҡтисад сәйәсәтенә ҡағылышлы уҡыу йорто төҙөү тураһында бәхәстәр алып барыла. 1891 йылда ҡалала Коммерция академияһын булдырыу проекты төҙөлә, ләкин ул ғәмәлғә ашмай тороп ҡала. Бары тик ун йылдан һуң, 1900 йылда, сауҙагәрҙәр йәмғиәте аҡсаһына Ростов ирҙәр коммерция училищеһы асыла, уның директоры Харьков Император университетын тамамлаған статский кәңәшсеһе П. М. Верховский (1822—1900) була.

1901 йылда коммерция училищеһы менән бер үк ваҡытта сауҙа мәктәбе (прказчиктарҙың бер-береһенә ҡулалмаш ярҙам итеү йәмғиәте аҡсаһына) асыла. 1902—1904 йылдарҙа шулай уҡ сауҙагәрҙәрҙең хәйриә ярҙам аҡсаларына (Никольская урамы, 150-се һанлы) өс ҡатлы коммерция училищеһы йорто (хәҙерге Социалистическая, 162 урамы, унда бөгөнгө көндә төҙөлөш университетының төп корпусы урынлашҡан) һәм Богатянов ауышлығы киҫешкән урында, һалына. 1907 йылда коммерция училищеһында ҡатын-кыҙҙар бүлеге һәм киске уҡыу коммерция белеме курстары асыла. Ростов коммерциялы училищеһында заманса йыһаздар, китапхана һәм куркәм акттар залы, шулай уҡ Николай Чудотворец йорт сиркәүе була.[2]

Был йорт менән Дондың юғары иҡтисад белем биреү тарихы бәйле. 1918—1920 йылдарҙа бында Дон коммерция институты, 1920—1922 йылдарҙа — Донхалыҡ хужалыҡ институты урынлашҡан. 1921 йылдың көҙөндә был уҡыу йортонан башҡа бинала 2-се сәнәғәт-иҡтисади мәктәбе һәм Дон педагогия техникумы булған. 1931 йылдың унда Ростов финанс-иҡтисад институты (хәҙер — Ростов дәүләт иҡтисад университеты) булдырыла.

[[Файл:|thumb|right|250px|]] Хәҙерге ваҡытта элекке Ростов коммерция училищеһы бинаһында Ростов дәүләт төҙөлөш университеты урынлашҡан, ул 2016 йылдың 15 апрелендә Дон дәүләт техник университеты сставына индерелә. Был йорт Россияның мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы(номер 6100040000) булып иҫәпләнә.[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]