Ростов дәүләт иҡтисад университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Федераль дәүләт бюджет юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы Ростов дәүләт иҡтисад университеты (РИНХ)
(РГЭУ (РИНХ))
Асылған йылы

1931

Ректор

Альбеков Адам Умарович

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Дондағы Ростов

Юридик адресы

344002, Дондағы Ростов ҡалаһы, www.rsue.ru]

Ростов дәүләт иҡтисад университеты (РДИУ) — Рәсәй көньяғының иҡтисад һөнәре буйынса белгестәр әҙерләүсе уҡытыу-методик һәм ғилми-тикшеренеү үҙәге

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был 19301931 йылдарҙа СССР-ҙа Мәскәүҙә, Ленинградта, Харьковта, Ташкентта, Иркутскиҙә, Ҡазанда, Киевта һәм Дондағы Ростовта (1931) финанс-иҡтисад институттары барлыҡҡа килә.

Ростов финанс-иҡтисад институты (РДИУ) Төньяҡ-Кавказ дәүләт университетының иҡтисад факультеты базаһында барлыҡҡа килә. Нәҡ бына уның кадрҙар, ғилми-тикшеренеү һәм уҡытыу-методик базаһында Ростов институты һуғыш алдындағы ун йыллыҡта үҫешә.

СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының (28 февраль, 1933 йыл, 330-се) ҡарары буйынса РФИИ илдең юғары уҡыу йорттары исемлегенә индерелә. Юғары уҡыу йорто Бөтә Союз Комитеты (11 март, 1939 йыл) бойороғо нигеҙендә институттың уставы раҫлана.

13 октябрь, 1964 йыл. РСФСР юғары һәм урта белем биреү Министрлығы фарманы менән РФИИ Ростов халыҡ хужалығы институтына (РХХИ) әүерелә..

1994 йылда институт академияға, ә 2000 йылда университетҡа әйләндерелә.

Исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ростов финанс-иҡтисад институты (19311964);
  • Ростов халыҡ хужалығы институты (19641994);
  • Ростовская дәүләт иҡтисад академияһы (19942000);
  • Ростов дәүләт иҡтисад университеты (РДИУ) (с 2000).