Рощупкин Анатолий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Анатолий Васильевич Рощупкин
Тыуған көнө:

10.2.1949

Тыуған урыны:

Липецк өлкәһе Долгоруковский районы Красное ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Ижад йылдары:

1995 - әлегә тиклем

Йүнәлеше:

шиғриәт, проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Премиялары:

В. А. Закруткин исемендәге әҙәбиәт премияһы

Анатолий Васильевич Рощупкин (Липецк өлкәһе Долгоруковский районы Красное ауылы ауылында 1949 йылдың 10 февралендә тыуған) — рус совет яҙыусыһы. СССР Журналистар союзы ағзаһы (1975).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анатолий Васильевич Рощупкин 1949 йылдың 10 февралендә Липецк өлкәһе Долгоруковский районы Красное ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

Елецк пединститутының филология факультетында уҡый (1972). 19781980 йылдарҙа Ростов Юғары партия мәктәбенең журналистика бүлегендә уҡый. 19721973 йылдарҙа Сахалинда танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Демобилизацияланғас, кире журналистикаға ҡайта.

1966 йылда хеҙмәт итә башлай. Липецк өлкәһе район гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр була, комсомол эшендә эшләй, үҙ хәбәрсе, ауыл тормошо бүлегенең етәксеһе, «Молот» Ростов өлкә гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары (1981—1992), Ростов өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышының мәғлүмәт һәм йәмәғәт-сәйәси бүлеге етәксеһе (1992—1998), Ростов өлкәһе Хакимиәтенең матбуғат һәм телерадио тапшырыуҙар буйынса департаментының матбуғат секторы етәксеһе, Ростов өлкәһе Весёловский районының «Весёловский вестник» гәзитенең баш мөхәррире була. 2001 йылдан алып Анатолий Васильевич Рощупкин «Роствертол» предприятиеһының «За доблестный труд» гәзитендә баш мөхәррир булып эшләй.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. Рощупкин йәшләй генә шиғырҙар һәм хикәйәләр яҙа башлай, урындағы ваҡытлы матбуғатта яҙыша. Уның беренсе «Свет доброты» шиғырҙар йыйынтығы 1995 йылда, ә беренсе проза китабы «Земляки» 1996 йылда баҫылып сыға. Артабан яҙыусы ундан ашыу шиғырҙар, повестар, хикәйәләр китабын яҙа.

Үҙенең әҫәрҙәрендә Анатолий Рощупкин рәсәй ауылдары тормошо, үҙенә яҡын кешеләр тураһында яҙа, әхләҡ мәсьәләләрен күтәреп сыға.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бронзовая медаль ВДНХ СССР;
  • Почётный знак Союза журналистов России «За заслуги перед профессиональным сообществом»;
  • Лауреат областной журналистской премии имени А. П. Чехова;
  • Лауреат литературной премии имени В. А. Закруткина (1997).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҙыусы әҫәрҙәренең айырым китаптары:

  • Свет доброты. Стихи. — Ростов-н/Д: фирма «MYSTERY», 1995.
  • Земляки. Рассказы, повести, очерки. — Ростов-н/Д: «Дон», 1996.
  • До вечерней звезды. Стихи. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1997.
  • Поезд в деревню. Книга прозы. — Ростов-н/Д: Ростиздат, 1999.
  • Ещё надеюсь… Стихи. — Ростов-н/Д: МП «Книга», 2001.
  • Прощание с ивой. Проза. — Ростов-н/Д: МП «Книга», 2001.
  • Сроки земные. Книга прозы. — Ростов-н/Д: МП «Новая книга», 2004.
  • Январская исповедь. Стихи. — Ростов-н/Д: МП «Новая книга», 2006.
  • Колодезное эхо. Повесть. — Ростов-н/Д: МП «Новая книга», 2007.
  • Последняя вьюга. Повести и рассказы. — Ростов-н/Д: МП «Новая книга», 2009.
  • Между светом и тенью. Книга прозы и поэзии. — Ростов-н/Д: ЗАО «Книга», 2010.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Справочник. Ростовское региональное отделение Союза писателей России. Ростов-на-Дону, 2011 г. Анатолий Васильевич Рощупкин, с. {0}[13]{/0}} (1936)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]