Русса-башҡортса, башҡортса-русса юридик терминдар һүҙлеге
Уҡыу көйләүҙәре
Русса-башҡортса, башҡортса-русса юридик терминдар һүҙлеге | |
Атамаһы | Русско-башкирский, башкирско-русский словарь юридических терминов |
---|---|
Автор | Мухутдинов, Мидхат Муксинович |
Нәшер итеүсе | Китап |
Нәшер ителеү урыны | Өфө |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1956 |
Русса-башҡортса, башҡортса-русса юридик терминдар һүҙлеге— рус һәм башҡорт телдәрендәге юридик терминдар һүҙлеге.
Төҙөүсеһе - хоҡуҡ белгесе Мөхәмәтдинов Миҙхәт Мөҡсин улы[1]. Һүҙлек тәүге тапҡыр 1956 йылда Өфөлә Башҡортостан китап нәшриәтендә донъя күргән. Китапта башҡорт телендә электән ҡулланышта булған йола хоҡуғы терминдары, ғәрәп, фарсы телдәренән, башлыса 1917 йылдан һуң рус теле аша сит телдәрҙән, рус теленән ингән юридик терминдар урын алған.
М. М. Мөхөтдинов ҡатнашлығында барлығы өс рус-башҡорт юридик терминдар һүҙлеге нәшер ителгән (1956, 1980, 1994).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мухаметдинов, Мидхат Муксинович. Русско-башкирский, башкирско-русский словарь юридических терминов/ — Уфа : Башкнигоиздат, 1956. — 67 с.