Рязанцев Григорий Петрович
Рязанцев Григорий Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1798 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1875 |
Вафат булған урыны | Өфө, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Рәсәй империяһы |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | акушерство[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының медицина факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] һәм медицина докторы[d] |
Рязанцев Григорий Петрович (Резанцев) (1798—1875) — Рәсәй табибы һәм яҙыусы
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Григорий Петрович Рязанцев медицина белемен Мәскәү университетының медицина факультетында ала, курсты докторант дәрәжәһендә бөтә, ә 1824 йылдың 21 апрелендә акушер исеме һәм медицина докторы дәрәжәһен ала. Докторлыҡ диссертацияһы темаһы — «Dissertatio inaugur. medico-legale de praestantia vasorum utensilium». Шул уҡ 1824 йылда коллеж асессоры була.
Йәш докторҙы (1824 йылдың 20 авгусы) Архангельск табип идаралығы акушеры итеп билдәләйҙәр.
Өс йыл үткәс, 1827 йылда, Григорий Петрович Рязанцев Архангельск коммерция банкы контораһы идарасыһының ҡыҙы Пелагея Гавриловна Гусеваға өйләнә. 1830 йылда Рязанцев бүләк рәүешендә гәүһәр ҡашлы йөҙөк ала. 1833 йылда Новгородҡа шул уҡ вазифаға күсерелә. 1835 йылда Мәскәү университетында Табип идаралығы инспекторы исемен ала, Ырымбур губернаһына тәғәйенләнә (тирә-яҡтары менән хәҙерге Башҡортостан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре територияһында). Рязанцев Ырымбур табип идаралығы инспекторы—Ырымбур губернаһының «һаулыҡ һаҡлау министры» булып китә .
Рязанцевтар ғаиләһе Өфөлә йәшәй. 1839 йылда Рязанцев статский советник була. 1841 йылдың майында Өфө өйәҙендә Жуково имениеһын һатып ала. Шулай итеп, Рязанцевтарҙың Өфө ҡалаһында, Бекетов һәм Приют урамдары мөйөшөндә (хәҙер Социалистик һәм Киров урамдары) ҙур йорто менән 860 дисәтинә ере була. Был йорт һаҡланмаған, уның урынында хәҙер биш ҡатлы йорт төҙөлгән (Киров № 8).
«Дворян сығышлы булмаған кешеләр исемлегендә, 1845 йылдың 11 июнендә Манифест буйынса нәҫелле дворянлыҡ алыусылар исемлегендә» Ырымбур табип идараһының инспекторы Рязанцев Григорий Петрович та иҫәпләнә.
1845 йылдың октябрендә Өфө табибы поместьеһын 26 йылға 8890 һумға һала. 1861 йылдың октябрендә хужа һалыуҙы ҡабаттан төҙөй. Ул саҡта, иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса, Жуковола ике енестең дә 273 заты була.
1851 йылда Рязанцев 2-се дәрәжә Изге Анна орденына лайыҡ була.
1858 йылдың 11 декабрендә Өфө өйәҙенән алпауыт крәҫтиәндәрҙең көнкүрешен ойоштороу буйынса Ырымбур губерна дворяндар комитеты ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Г.С. Аксаков һәм Я.К. Карташевскийҙан тыш, өс кеше иҫәбендә редакция комиссияһына һайлана.
1864 йылдың 12 июнендә Рязанцевтарҙы улы — Петр Өфөлә, Ильин сиркәүендә өйләнә. Өйләнерҙән алда ул Ҡазан университетын тамамлай һәм Өфөлә суд тәфтишсеһе булып эшләй, Өфө губерна статистик комитетының мөхбир ағзаһы һәм ярлыларҙы ҡайғыртыусы Өфө Попечителдәр комитеты ағзаһы була.
1869 йылдың 19 июлендә — ғәмәли статский советник.
1872 йылда хөрмәтле табип йылына 1200 һум пенсия алып, отставкаға китә. Отставканан һуң семинарияла лекциялар уҡый.
1874 йылдың ғинуарында Рязанцевты фалиж һуға һәм ул башҡа түшәктән тормай. Уны тәрбиәләүсе ҡатыны, ҡайғыны күтәрә алмай, иренән алда, 30 июндә вафат була. Григорий Петрович 1875 йылдың 15 февралендә вафат була.
Рязанцевтарҙың балалары араһында Петр Григорьевич айырым билдәлелеккә эйә була. Тиҫтәнён ашыу йыл ул Өфө губерна статистика комитеты һәм губерна музейы ағзаһы булып тора, Өфө өйәҙенең мировой посреднигы, крәҫтиән эштәре менән туранан-тура шөғөлләнә. 1890 йылдарҙан П. Г. Резанцев — Өфө өйәҙ земство управаһы секретары.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Н. Гурвич. Некролог Г. П. Рязанцева. Уфимские губернские ведомости, 1875 г., № 9
- Змеев Л. Ф. Русские врачи-писатели. тетр. 2, СПб. 1886, стр. 89.
- Д-р мед. Змеев Лев Фёдорович. Словарь врачей, получивших степень доктора медицины (и хирургии) в Императорском Московском университете до 1863 года. — Санкт-Петербург: Типо-лит. В. Г. Апостолова, 1885. — С. 50, 63. — 67 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рязанцев, Григорий Петрович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.—М., 1896—1918.