Эстәлеккә күсергә

Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу
Дәүләт  Рәсәй
 Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу Викимилектә
1989 йылдағы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыуҙың иҫәп ҡағыҙы (тоташ иҫәп)
1989 йылда Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу тураһында мәғлүмәт

Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу — Рәсәйҙә һәм уның территорияһындағы элекке дәүләттәрҙә йәшәгән халыҡтың аныҡ ваҡытҡа демографик, иҡтисади, социаль мәғлүмәтен йыйыу, дөйөмләштереү, өйрәнеү һәм таратыу.

Халыҡ иҫәбен алыу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус үҙәкләштерелгән дәүләте ойошторолғандан һуң ҡайһы бер урындарҙа «яҙыу кенәгәләре» булдырыла. Уларҙа халыҡ тураһында мәғлүмәттәр була, ҡалалар, ауылдар, биләмәләр, сиркәүҙәр хаҡында яҙыла. Тәүҙә һалым һалыу объекты булып хужалыҡта эшкәртелеүсе ер участкалары — соха (һуңыраҡ сирек, дисәтинә) тора. XVII быуатта һалым һалыу берәмеге итеп — йорт , ә иҫәп алыуҙың төп итеп формаһы — йорт буйынса иҫәп алыу билдәләнә. Йорт буйынса иҫәп алыуҙан тыш, айырым территорияларҙа дөйөм дәүләт иҫәп алыуы (1646, 1678, 1710 йылдар, 1715—1717 йылдарҙағы Ландрат иҫәбе) үтә. Петр I указы менән 1718 йылдың 26 ноябрендә дәүләт риүәзенә (ревизия) башланғыс һалына, улар — 1858 йылдарҙа 10 тапҡыр үткәрелә.

Рәсәйҙә беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыу 1897 йылдың 9 февралендә үткәрелә. Совет осоронда халыҡ иҫәбен алыу 1920 йылдың 28 авгусында (Граждандар һуғышы ялмаған территорияларҙа), 1923 йылдың 15 мартында (ҡала), ә дөйөм иҫәп алыуҙар 1926 йылдың 17 декабрендә, 1937 йылдың 6 ғинуарында, 1939 йылдың 17 ғинуарында, 1959 йылдың 15 ғинуарында, 1970 йылдың 15 ғинуарында, 1979 йылдың 17 ғинуарында һәм 1989 йылдың 12 ғинуарында уҙа. СССР тарҡалғандан һуң, 1999 йылға билдәләнгән сираттағы Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 1998 йылдағы көрсөктән һуң финанс тотороҡһоҙлоғо арҡаһында кисектерелә. Ул бары тик 2002 йылдың 9 октябрендә үткәрелә. Рәсәйҙә һуңғы халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылдың октябрендә уҙа.