Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Голицыно сик буйы институты
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Голицыно сик буйы институты | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | gpi.fsb.ru |
Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Голицыно сик буйы институты — юғары профессиональ белем биреү федераль дәүләт ҡаҙна мәғариф учреждениеһы.
Рәсәй Сик буйы хеҙмәтенең боронғо хәрби-уҡыу йорттарының береһе, 2015 йылдың 14 ноябрендә вуз үҙенең 85 йыллығын билдәләй. Мәскәү эргәһендәге Голицыно ҡалаһында урынлашҡан[1].
Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең ғәмәлдәге лицензияһына ярашлы, институт вуздан һуң, юғары, урта һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашыра.
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәтенә офицерҙар һәм прапорщиктар әҙерләү менән шөғөлләнә.
Офицерҙар әҙерләү юғары профессиональ белем кимәлендә тормошҡа ашырыла.
Уҡыу формаһы — көндөҙгө бүлек:
- специальность — юриспруденция, һөнәр — сик буйы эшмәкәрлеге, квалификация — белгес;
- специальность — психология, һөнәр — хеҙмәт эшмәкәрлеге психологияһы, квалификация — белгес;
- специальность — юриспруденция, һөнәр — милли хәүефһеҙлекте хоҡуҡи тәьмин итеү, квалификация — белгес.
Ситтән тороп уҡыу:
- милли хәүефһеҙлекте хоҡуҡи тәьмин итеү (белгес);
- юриспруденция (бакалавр);
- сик буйы эшмәкәрлеге менән идара итеү (бакалавр).
Институт урта һөнәри белем нигеҙендә прапорщиктар әҙерләй.
Көндөҙгө бүлек:
- хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге(шул иҫәптән институттың Ставрополь ҡалаһындағы филиалында);
- күп каналлы телекоммуникация системалары (Ставрополдәгн филиалда) — 2018 йылдан алып был йүнәлеш буйынса уҡыусылар йыйылмай];
- сик буйы эшмәкәрлеге (шул иҫәптән Ставрополдәге филиалда).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми рәүештә институт тарихы 1930 йылдың 14 ноябренән, ОГПУ-ның 386/180 һанлы бойороғо менән Ленинград өлкәһе Яңы Петергофта ОГПУ ғәскәрҙәре һәм сик буйы һағының беренсе мәктәбе нигеҙләнгәндән башлана. Оҙайлы тарихында мәктәп исемен бер нисә тапҡыр алмаштыра.
Бөйөк Ватан һуғышында, 1941 йылдың авгусының икенсе яртыһында К. Е. Ворошилов исемендәге НКВД-ның Сик буйы һәм эске ғәскәрҙәре Яңы-Петергоф хәрби-сәйәси училищеһының ике батальоны курсанттары үҙ ғүмерҙәре иҫәбенә Красногвардейск (хәҙер Гатчина) эргәһендә Германияның өс танк дивизияһын Ленинградҡа үткәрмәй. Иҫән ҡалған курсанттар һәм уҡытыусылар 50 көн дауамында Ленинградты һаҡлап, көнө-төнө алыша.
Уларҙың ҡаһарманлығы юғары дәүләт наградаһы менән баһалана: 1943 йылдың 10 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән фронтта командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне, немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, сыҙамлылыҡ күрһәткән өсөн училище Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Училищены тамамлаусылар араһында бер нисә Советтар Союзы Геройы бар.
1942 йылдың апрелендә уҡыу йорто Һарытауға күсерелә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа унда НКВД ғәскәрҙәре өсөн офицер-сәйәси хеҙмәткәрҙәр әҙерләнә.
1953 йылдың 25 декабрендә СССР Эске эштәр минитсрлығының 01173-сө бойороғона ярашлы, училище тарҡатыла.
1967 йылдың 3 октябрендә СССР Министрҙар Советы Мәскәү эргәһендә Юғары сик буйы хәрби-сәйәси училище ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә, бының өсөн Голицынола уҡыу корпустары һәм хәрби ҡаласыҡ төҙөлә. 1972 йылдың 5 апреленән КГБ рәйесе бойороғо буйынса, уҡыу йорто СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Именлек хеҙмәте комитетының К. Е. Ворошилов исемендәге Ҡыҙыл байраҡлы Юғары сик буйы хәрби-сәйәси училище тип атала башлай. 1980 йылдың 23 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләгәне өсөн училище Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә. СССР Президентының 1991 йылдың 24 октябрендәге 2781-се ҡарары һәм СССР КГБ-һының бойороғона ярашлы, СССР КГБ-һының Октябрь Революцияһы орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы Сик буйы юғары хәрби-сәйәси училищеһы СССР КГБ-һының Октябрь Революцияһы орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы Сик буйы юғары училищеһы тип үҙгәртелә.
РФ Министрҙар Советының 1993 йылдың 5 майындағы 421 һанлы ҡарарына ярашлы[2], Юғары сик буйы училищеһы РФ Сик буйы ғәсәкәрҙәренең хәрби институты, һуңыраҡ РФ Федераль сик буйы хеҙмәтенең Голицыно хәрби институты тип үҙгәртелә[1].
Начальниктары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Барановский Семен Давыдович[3][4] 1930—1933 гг.
- Карклин Эдуард Петрович[5] 1933—1938 гг.
- Леонов Валентин Андреевич 1933, 1937—1938 йылдар.
- Артемьев Павел Артемьевич 1938—1940 йылдар.
- Борисоглебский Евгений Иванович 1940 йылдар.
- Григорьев Иван Николаевич 1940—1953 йылдар.
- Курский Павел Петрович[6] 1968—1970 гг.
- Чиркин Павел Александрович[7] 1970—1982 йылдар.
- Колосков Юрий Вениаминович[8] 1982—1990 йылдар.
- Олефир Виктор Остапович[9] 1990—1997 йылдар.
- Коровенко Юрий Алексеевич 1997—2003 йылдар.
- Городинский Владимир Иванович[10] 2003—2010 гг.
- Костриков Олег Игоревич 2010—2015 йылдар.
- Коньшин Владислав Анатольевич[11] 2015—2019 йылдар.
- Щеблыкин Виктор Николаевич 2019 — хәҙергә тиклем.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 В Голицыно // Учительская газета. — 2008. — № 21.
- ↑ Постановление Совета Министров — Правительства Российской Федерации О неотложных мерах по материально-техническому обеспечению пограничных войск Российской Федерации и обустройству государственной границы Российской Федерации № 421 от 5 мая 1993 г.(недоступная ссылка)
- ↑ Барановский Семен Давыдович на сайте nkvd.memo.ru
- ↑ Барановский Семен Давыдович (Из серии Дом работников НКВД)
- ↑ Карклин Эдуард Петрович на сайте nkvd.memo.ru
- ↑ Курский Павел Петрович (Штаб Главного управления пограничных войск КГБ СССР)
- ↑ Генерал-майор Чиркин Павел Александрович
- ↑ Генерал-майор Колосков Юрий Вениаминович
- ↑ Генерал-майор Олефир Виктор Остапович
- ↑ Об авторе книги «Правда истории или мифология?»
- ↑ Ирина Дульцева. Наши люди: Коми округ обзавелся своим генералом(недоступная ссылка)