Эстәлеккә күсергә

Рәхмәт!

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхмәт!
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2010

Нигеҙләүсе

Юлия Титова

Уранлашыуы

Санкт-Петербург, Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тармаҡ

күпләп әйберҙәр һатыу

Продукция

өҫ һәм аяҡ кейемдәре, аксессуарҙар, китаптар

Сайт

http://spasiboshop.org

«Рәхмәт!» (рус. «Спасибо!» ) — 2010 йылда барлыҡҡа килгән Рәсәйҙәге тәүге шәфҡәтлелек магазины[1][2]. Хәҙер был өҫ һәм аяҡ кейемдәре, аксессуарҙар һәм китаптар өсөн 4 магазиндан һәм 20 контейнерҙан торған селтәр.

2010 йылда Санкт-Петербургта асылғас, «Рәхмәт!» Рәсәйҙә тәүге шәфҡәтлелек магазины була. Магазин бер уҡ ваҡытта бер-нисә Рәсәй шәфҡәтлелек ойошмалары менән эшләй. Магазиндың эшләү схемаһы буйынса, килтерелгән кейемдәрҙең 90 проценты шәфҡәтлелек ойошмаларына күсерелә йә мохтаж булған халыҡ төркөмдәренә (табыштары әҙ кимәлдә булған ғаиләләргә, пенсионерҙарға, мөмкинселектәре сикләнгән кешеләргә һәм башҡаларға) бирелә. Ҡалған ун проценты һатыла[1][3]. Ҡулланыуға ярашлы булмаған кейемдәр эшкәртелеүгә китә. Һатыуҙарҙан алынған аҡса административ сығымдарҙы ҡаплауға китә, ә таҙа табыш шәфҡәтлелек ойошмаларына күсерелә. Шулай уҡ магазиндың ассортиментында шәфҡәтлелек ойошмаларынан сувенирҙар бар, уларҙың һатыуынан булған бөтә аҡсалар ҙа ойошмаларҙың проектарына йүнәлтелә.

2014 йылдан башлап Санкт-Петербург ҡалаһында магазин селтәрҙәре өҫ һәм аяҡ кейемдәрен, китаптарҙы һәм башҡа нәмәләрҙе йыйыу өсөн контейнерҙар урынлаштыра. 2015 йылдың март айына ҡарата, үҙҙәренең хәбәрҙәре буйынса, ҡалала 20 шундай контейнер урынлаштырыла[4].

Тәүге йылда, Санкт-Петербургта бер «Рәхмәт!» магазины ғына булғанда, уның етәкселәре, улар үҙҙәре әйтеүе буйынса, аҡсалар күсереү өсөн йөрәк ауырыуҙары булған балаларҙы дауалаған «Балалар йөрәктәре» фондын һәм «Ночлежка» ойошмаһын һайлайҙар[2][5]. 2015 йылдың 5 майына ҡарата «Рәхмәт!» магазиндары шәфҡәтле маҡсаттарға 3 765 255 һум күсерә. Шулай уҡ һәр магазинда «Ночлежка» шәфҡәтлелек ойошмаһының копилкалары бар, шунда кешеләр өйһөҙ булғандарға төшкө ашҡа аҡса күсерә ала. 2015 йылдың 5 майына ҡарата копилка аша «Ночлежка» компанияһына 86 225 һум аҡса күсерелә.

  1. 1,0 1,1 Александра Вакар, Ольга Павлова. Купить добро: 10 лучших благотворительных магазинов России. Forbes (31 июль 2014). Дата обращения: 4 май 2015.
  2. 2,0 2,1 Наталья Матюкова. Благотворительному магазину "Спасибо" исполнился год. Деловой Петербург (17 май 2011). Дата обращения: 5 май 2015.
  3. Наталья Белая. «Спасибо!» выживает и плодится (14 декабрь 2011). Дата обращения: 5 май 2015. 2016 йыл 16 ноябрь архивланған.
  4. О благотворительном магазине «Спасибо!» Благотворительный магазин «Спасибо!». Дата обращения: 5 май 2015.
  5. Елизавета Киктенко. Продай за «спасибо». Филантроп (24 сентябрь 2010). Дата обращения: 5 май 2015.