Рәхмәтуллина Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхмәтуллина Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы
Тыуған көнө

16.04.1980.

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Һайран ауылы.

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

журналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының бүлек мөдире

Наградалары һәм премиялары

Рәхмәтуллина Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы (16 апрель 1980) — журналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының бүлек мөдире, Республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллина 1980 йылдың 16 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Һайран ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡый.

Телерадио хеҙмәткәрҙәре институтының ТВ һәм радио алып барыусылары бүлеген тамамлай. Башта «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналында эшләй. 2010 йылда «Ашҡаҙар»ға күсә.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөлфиә Рәхмәтуллинаның «Юлдаш» радиоһында алып барған рухи-әхлаҡи, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә «Ғаиләм — ҡәлғәм», «Йылы усаҡ», «Тормош асылы» тапшырыуҙары тиҙ арала халыҡ күңелен яулай. «Еңеү һалдаттары» очерктары, «Атылған йондоҙ», «Даирә» тапшырыуҙары ла тормош ысынбарлығын тасуирлауы менән мәртәбәле.

Зөлфиә Рәхмәтуллина — Ғаиләгә социаль ярҙам йылында журналистар араһында ойошторолған республика конкурсында радиотапшырыуҙар циклы менән Гран-приға лайыҡ була.

2013 йылда «Телеүҙәк», «Атылған йондоҙ», «Алло, һеҙҙе „Юлдаш“ тыңлай» тапшырыуҙар шәлкеме өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты була. Был Башҡортостан Республикаһының журналистика өлкәһендәге иң яҡшы ижади эштәргә йыл һайын бирелә торған премия.

БЮТ каналында «Башҡорт телен өйрәнәм» проекты мөхәррире булараҡ та күләмле эш алып бара.

«Башҡорт телен өйрәнәм» проекты тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Проект туған телде пропагандалауға өлөш индереүҙән тыш, милләт-ара бәйләнештәрҙе лә нығыта, сөнки ҡатнашыусылар төрлө милләт вәкилдәре.

Публикациялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылда Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына арналған «Еңеү һалдаттары» очерктар йыйынтығын сығара.

Очерк Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хаҡындағы тетрәндергес ваҡиғаларҙың шаһиттарының шәхси хәтирәләре нигеҙендә ижад ителгән.

Йыйынтыҡ — бер-бер артлы арабыҙҙан китеп торған яугирҙарыбыҙҙың иҫтәлектәрен йыйып алып, уларҙы үҫеп килеүсе быуындарға еткереү өлкәһендәге бик тос хеҙмәт булып тора.

Яратҡан шөғөлдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

•Яратҡан шөғөлө: Китап, журнал уҡыу, интернет.

•Яратҡан китабы: Т.Ғарипова «Бөйрәкәй», М.Веллер «Смысл жизни», М.Кәрим «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ», Н.Мусин, Ә.Үтәбай, Р.Түләк, Р.Ғарипов.

•Яратҡан фильмы, спектакле: М. Шолохов әҫәре буйынса «Судьба человека» фильмы.

•Яратҡан әҙәби һәм киногерой: Оло инәй һәм Тәңкәбикә — ҡатын-ҡыҙ сабырлығы өлгөләре.

•Яратҡан музыкаль әҫәр, йыр: Райман Ишбаев «Мин ҡабаттан тыуһам әгәр..», Альберт Салауатов «Мәрхәмәтле бул, яҙмыш».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.
  • Ғаиләгә социаль ярҙам йылында журналистар араһында ойошторолған республика конкурсында радиотапшырыуҙар циклы менән Гран-приға лайыҡ була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

%B9%D0%B1%D0%B8%D1%80%D2%99%D0%B8%D0%BD_%D0%B8%D1%81%D0%B5%D0%BC%D0%B5%D0%BD%D0%B4%D3%99%D0%B3%D0%B5_%D0%BF%D1%80%D0%B5%D0%BC%D0%B8%D1%8F