Савин Игорь Юрьевич
Савин Игорь Юрьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 апрель 1962 (62 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Факультет почвоведения МГУ[d] |
Уҡыу йорто | Q13206016? |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм РФА академигы[d] |
Ғилми дәрәжә | география фәндәре кандидаты[d] һәм ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] |
Савин Игорь Юрьевич (10 апрель 1962 йыл) — тупраҡты өйрәнеү буйынса Рәсәй ғалимы, РФА ағза-корреспонденты (2016), РФА академигы (2019).[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Савин Игорь Юрьевич 1962 йылдың 10 апрелендә Мәскәү өлкәһенең Шатура ҡалаһында тыуған
1984 йылда Мәскәү дәүләт университетының география факультетын тамамлай.
1984 йылдан алып 1986 йылға тиклем СССР Оборона министрлығының инженер-синоптигы.
1986 йылдан 1987 йылға тиклем — Мәскәү өлкәһе Шатура урман хужалығының урман һаҡлау буйынса инженеры.
1987 йылдан 2002 йылға тиклем — аспирант, кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, В.В. Докучаев исемендәге Тупраҡ институтының лаборатория мөдире (1990—2002)
1990 йылда «Дешифрирование почвенного покрова лесостепи центрально-чернозёмного района по среднемасштабным космическим снимкам» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай
2002 йылдан 2009 йылға тиклем ЕС (Италия) граждандар хәүефһеҙлеге институтында ғилми хеҙмәткәр.
2004 йылда «Анализ почвенных ресурсов на основе геоинформационных технологий» темаһына докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай.
2009 йылдан 2011 йылға тиклем — РФА космос тикшеренеүҙәре институтында сектор мөдире.
2011 йылдан алып — В. В. Докучаев исемендәге Тупраҡ институтында ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары.
2015 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университетының тупраҡ фәне факультетының тупраҡ географияһы кафедраһы профессоры[2]
2016 йыл — РФА ағза-корреспонденты итеп һайлана
2019 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тупраө фәне өлкәһендә белгес.
Тупраҡтарҙың һәм ерҙең мониторингыһы һәм дистанциялы картографиялауҙың яңы технологияларын эшләүгә арналған тикшеренеүҙәр алып бара.
Уның етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында Рәсәй ерҙәренең һәм тупрағының ресурс потенциалын баһалауҙың күп вариантлы геомәғлүмәтле системаһы төҙөлә, ул Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең № 51 2015 йылдың 27 ғинуарында сыҡҡан «Об утверждении Правил отнесения территорий к неблагоприятным для производства сельскохозяйственной продукции территориям» ҡарарҙы ҡабул итеү өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә.
350-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шуларҙан 15 монографияһы бар.
Төп хеҙмәттәре
- «Эколого-экономическая оценка деградации земель» (соавт., 2016)
- «Ресурсный потенциал земель Северного Кавказа для плодоводства» (соавт., 2016)
- учебное пособие «Аэрокосмические методы в сельском и лесном хозяйстве: компьютерный практикум» (2015)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Игоря Юрьевича Савина РФА рәсми сайтында