Савицкий Пётр Иванович
Савицкий Пётр Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 июль 1936 |
Тыуған урыны | Кузнецово[d], Соболевское сельское поселение[d], Монастырщинский район[d], Западная область[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 10 июнь 2021 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, Рәсәй |
Һөнәр төрө | юрист |
Эш урыны | Урал дәүләт юридик университеты[d] |
Уҡыу йорто | Урал дәүләт юридик университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | юридик фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Савицкий Петр Иванович (25 июль 1936 йыл) — юрист, Европа илдәренең конституция хоҡуғы буйынса белгес; юридик фәндәр докторы (1980); профессор, Урал дәүләт университетының деканы һәм проректоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, юғары белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре. Анатолий Кони миҙалына эйә булыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Савицкий Петр 1936 йылдың 25 июлендә Смоленск өлкәһе Монастырщинский райоынынң Кузнецово ауылында тыуған. тыуған. 1963 йылда Свердловск юридик институтын (университетын) тамамлай һәм ошо уҡыу йортоноң аспирантураһына уҡырға инә. 1966 йылда аспирантураны тамамлай һәм киләһе йылына профессор Борис Стародубскийҙың ғилми етәкселеге аҫтында «Государственный строй Бельгии» кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].
1963 йылда Савицкий Свердловск юридик институтында эшләй башлай (СЮИ); кафедра мөдире, факультет деканы һәм уҡыу эше буйынса проректор була. 1980 йылда Савицкий Петр юридик фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Правительственный аппарат Пятой Республики во Франции» темаһы буйынса диссертацияны уңышлы яҡлай. Шул уҡ ваҡытта, бер ай дауамында Парижда Сәйәси фәндәр институтында стажировка үтә; француз теленән 1994 йылғы реформалаштырылған Бельгия конституцияһын тәржемәләй һәм баҫтырып сығара. Почёт ордены һәм миҙалдары менән бүләкләнә
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пётр Савицкий 80-дән ашыу фәнни эш авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән, бер монография һәм дүрт уҡыу әсбабы бар; сит илдәрҙең дәүләт һәм хоҡуҡ буйынса дәреслектәрендә бер нисә бүлек, шул иҫәптән Рәсәй конституция хоҡуғы һәм халыҡ-ара хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса ла яҙған. Европа илдәренең конституция хоҡуғы мәсьәләләре менән шөғөлләнә:
- «Правительственный аппарат Пятой Республики во Франции» (Свердловск, 1979)
- Избранные труды / П. И. Савицкий. — Екатеринбург : Уральский гос. юридический ун-т, 2015. — 291 с. : цв. портр.; 21 см. — (Библиотечка Российского юридического журнала).; ISBN 978-5-7845-0468-5.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Савицкий Петр Иванович // Правовая наука и юридическая идеология России : энциклопедический словарь биографий / Гос. образовательное учреждение высш. проф. образования Российская акад. правосудия ; отв. ред. и рук. авт. коллектива: Владимир Михайлович Сырых. — М.: Юрист, 2011. — Т. 2: 1917—1964 гг. — С. 470. — 973 с. — ISBN 978-5-93916-275-3.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петр Иванович Савицкий . Портал «Юридическая Россия» (22 сентябрь 2005). Дата обращения: 10 декабрь 2019.(недоступная ссылка)
- 25 июлдә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 10 июндә вафат булғандар
- 2021 йылда вафат булғандар
- Екатеринбургта вафат булғандар
- Урал юридик университетын тамамлаусылар
- Почёт ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юристары
- Рәсәй юристары
- Юридик фәндәр докторҙары
- Рәсәй юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар