Салауатметалл
Салауатметалл | |
Нигеҙләү датаһы | 2008 |
---|---|
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт[d] |
Рәсми сайт | salavat-group.ru/goryach… |
«Салауатметалл» эҫе цинклау заводы — Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында урынлашҡан, «Салауат Группа» компаниялар төркөмөнөң Рәсәй «Салауатметалл» метал конструкциялары заводының эҫе цинклау цехы. Завод цехы металл изделиеларын эҫе цинклау ысулы мнән коррозиянан һаҡлау өлкәһендә Рәсәй һәм БДБ баҙары лидерҙарының береһе булып тора.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Салауатметалл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт 2008 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында ойошторола. Шул уҡ йылда металл конструкцияларын эҫе цинклау буйынса цех төҙөлә башлай[1]. Уны төҙөүгә миллиард һум самаһы аҡса һалына[2]. Төҙөлөштө тормошҡа ашырыу өсөн эҫе цинклау линияларын проектлау һәм төҙөү өлкәһендә донъя лидеры булып танылған «KOERNER» австрия компанияһы йәлеп ителә.
2010 йылдың 27 майында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы Салауат ҡалаһына һәм Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре барышында «Салауатметалл» ЯСЙ-тә металл конструкцияларын эҫе цинклау буйынса цех төҙөлөшө объекттарында була. Бында әле ҡорамалдар монтажлау көтөлә ине. М. Ғ. Рәхимов эшләүсе цехты ҡарай, производствоны киңәйтеү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһына.
Металл конструкцияларын эҫе цинклау буйынса цехты сафҡа индереү 2010 йылдың октябренә билдәләнгән була, ләкин ваҡытлыса тотҡарлыҡ килеп сыға һәм производство 2011 йылда эшләтә башлана. Яҡынса 300 яңы эш урыны булдырыла[3]. Предприятиены сафҡа индереү Башҡортостан Республикаһы Президенты Хәмитов Рөстәм Зәки улы тарафынан Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдағы эше тураһында отчетында, «Урал аръяғы — 2012» төбәк-ара инвестиция форумында сығыш яһағанда билдәләнә[4][5]
Рөстәм Хәмитов 2011 йылдың 12 ноябрендә Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында "Салауатметалл"да була, унда цинклау технологияһы һәм уның төҙөлөш һәм сәнәғәт элементтары металын коррозиянан һаҡлауҙа эффективлығы менән таныша[6].
Милекселәре һәм етәкселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Салауатметалл» компанияһын ойоштороусы һәм милексеһе булып «Битум» ЯСЙ-те[7] — нефть эшкәртеү предприятиеһы, иң эре Рәсәй нефть битумы етештереүселәренең береһе тора.
Эҫе цинклау заводының үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Завод цехы «KOERNER» компанияһы проектына ярашлы, 5500 кв. м. майҙанда ябыҡ производство логистикаһы өлкәһендәге бөтә һуңғы яңылыҡтарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән, металды химик әҙерләү капсулаһы менән йыһазландырылған; элеү/төшөрөү участкаларында өсәр станцияһы бар.
- Цехта Рәсәйҙә иң ҙур эҫе цинклау ванналарының береһе бар. Уның үлсәмдәре: 13 x 2,5×1,6 м;
- Линияның етештереүсәнлеге йылына 50 000 тонна эҫе цинклау.
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Горячее цинкование
- Антикоррозионная защита
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://bashinform.ru/news/273608/ 2016 йылдың 18 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ http://www.bashinform.ru/news/415597/
- ↑ Рустэм Хамитов представил отчет Правительства Башкортостана о работе в 2011 году 2017 йылдың 15 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Рустэм Хамитов выступил на инвестиционном межрегиональном форуме «Зауралье — 2012» 2016 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Башкортостан инвестиционный 2016 йылдың 18 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ http://www.bashinform.ru/news/410706/
- ↑ Сайт ООО "Битум" . Дата обращения: 1 август 2016.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сайт группы компаний «Салават Групп» (рус.)(рус.)
- Сайт ООО «Битум» (рус.)(рус.)
- https://www.youtube.com/watch?v=gvbmYKJ2FlY
- Эксперт и журнал Русский репортер. Ст. Жажда цинка от 27.02. 2012.
- БР башлығы 2016 йылдың 17 сентябрь көнөндә архивланған.
- МЕТАЛЛОКОНСТРУКЦИИ С ГОРЯЧИМ ЦИНКОВАНИЕМ 2016 йылдың 14 сентябрь көнөндә архивланған.
- Russian Metallurgy Experts Team, 28 февраля 2012 г. На Урале развернулось активное создание мощностей горячего цинкования металлоконструкций.(недоступная ссылка)
- http://www.acexpert.ru/archive/9-501/ocinkovat-rinok.html 2016 йылдың 26 август көнөндә архивланған.