Эстәлеккә күсергә

Салауат Юлаев музейы (Эстония)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Салауат Юлаев музейы Эстонияла битенән йүнәлтелде)

Эстониялағы Салауат Юлаев музейыЭстонияның Палдиски ҡалаһында башҡорт милли батыры Салауат Юлаев музейы. Емельян Пугачев етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылғас, Салауат Юлаев атаһы Юлай Аҙналин менән бергә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик портына (хәҙерге Палдиски ҡалаһы) ғүмерлеккә һөргөнгә ебәрелә. Бында ул 25 йыл дауамында вафатына тиклем тотҡонда була.

Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат Юлаев музейы

Музей ҡала китапханаһының бер бүлмәһендә урынлашҡан, һәйбәт йыһызландарылған. Музейға килеүселәрҙе ныҡлап ҡыҙыҡһындырырлыҡ Салауат Юлаевҡа арналған сағыштырмаса бай экспонаттар ҡуйылған. Бында яугир һәм импровизатор Салауаттың шиғырҙары һәм йырҙары тупланған йыйынтыҡтар, шулай уҡ халыҡ батыры тураһында төрлө йылдарҙа һәм нәшриәттәрҙә донъя күргән әҙәбиәт һәм гәзит-журналдар материалдары менән танышырға мөмкин.

Музейҙа шулай уҡ башҡорт халҡының тарихын, милләттәштәребеҙҙең XVII—XVIII быуаттағы көнкүрешен сағылдарған экспонаттар урынлаштырылған. Улар араһында башҡорттарҙың милли кейеме, улар ҡулланған һауыт-һаба, биҙәнеү һәм йорт-хужалыҡ әйберҙәре бар.

Палдиски ҡалаһының бер урамына Салауат Юлаев исеме бирелгән, бында башҡорт халҡының милли батырына һәйкәл ҡуйылған. Урындағы халыҡ Салауат Юлаевҡа һәм уның тураһындағы иҫтәлектәргә оло ихтирам менән ҡарай.

Музей менән бәйле һуңғы ваҡиғалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Эльмира Сабирова) хәбәр итеүенсә, Палдискиҙа башҡорт делегацияһы ҡала хакимиәте етәкселеге менән Салауат Юлаев музейының экспозицияһын яңыртыу мәсьәләһен тикшерә[1].