Эстәлеккә күсергә

Салауат мәмерйәһе (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат мәмерйәһе
Дәүләт  Рәсәй
Урын Силәбе өлкәһе һәм Ҡытаутамаҡ ҡала округы
Мираҫ статусы тәбиғәт ҡомартҡыһы

Салауат мәмерйәһе — төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәттең геология һәм геоморфолоия ҡомартҡыһы, (1987) — Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡала округы биләмәһендә, Йүрүҙән йылғаһының уң ярында, Үрге Лука ауылынан ағым буйлап в 500 м алыҫлыҡта, Салауат һыртында (атамаһы шунан) урынлашҡан[1].

Мәмерйәнең юлдары һәм ҡыуыштары башлыса көнсығыш яҡҡа ҡарай. Мәмерйәгә инеү юлдары (барлығы 4) 30-50 метр бейеклектәге эзбизташлы яланғыслыҡтарҙа һалынған. Беренсеһе (ҡалғандарына ҡарағанда йылға ағымы буйлап бейектә) ярҙан 14 м алыҫлыҡта, һыу киҫелешенән 11 м бейеклектә. Киңлеге 2,2 м һәм бейеклеге 4,5 м булған тура мөйөшлө тишек рәүешендә көнбайыш яҡҡа асыла. Унан һуң шунда уҡ горизонталь түбәһе һәм ауыш иҙәне менән Инеү ҡыуышы килә (4×6 м). Ҡыуыштың алыҫтағы өлөшөнән 3 юл бара. Уларҙың береһе (киңлеге 1 м, бейеклеге 2 м, оҙонлоғо 4 м) төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай ҙурая һәм артабанғы ҡыуышҡа алып килә (Үрге; оҙонлоғо 12 м, киңлеге 5 м, уртаса бейеклеге 1,3 м); икенсеһе (көнсығыш йүнәлештә) ҡулса ҡиәфәтендә һәм 5 м аша шулай уҡ Үрге ҡыуышҡа асыла. Өсөнсө юл (Оя) көньяҡ-көнсығышҡа бара һәм, үҙ сиратында, 3 ҡыҫҡа (2—3-шәр м) тармаҡ-тупикҡа эйә. Төньяҡҡа икенсе инеү урыны йылға ағымы буйынса 1-нән 11 м түбәндәрәк урынлашҡан. Киңлеге 2,1 м һәм бейеклеге 1,5 м булған арканан ғибәрәт. Унан һуң ҡапыл төньяҡ йүнәлештә Тораҡ ҡыуыш бара (киңлеге 4 м, бейеклеге 1,5 м, оҙонлоғо 10 м), ул бер нисә ҡыҫҡа (3—4-шәр м) тупик тармаҡтарҙан тора. Көнсығыш йүнәлештә ҡыуыштан 2 юл бара. Уларҙың береһендә (Өң) ярыҡ бар (бейеклеге 2 м, оҙонлоғо 12 м), ул тау массивы төпкөлөнә тигеҙ тарая. Икенсе Ҡара ҡыуыш (киңлеге 0,5—1 м, бейеклеге 2 м), 18 м һуң Үрге ҡыуышҡа алып бара. Үрге ҡыуыштың көнсығыш өлөшөнән 5 м оҙонлоҡтағы тар һәм тпш юл аша Ҡомло ҡыуышҡа эләгергә мөмкин (киңлеге 3 м, бейеклеге 1,2 м, оҙонлоғо 4 м), унан төрлө йүнәлештәрҙә (төньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш) 2-нән алып 9 м тиклем 4 юл бар. Тораҡ ҡыуыш — ҡоро, яҡтылыҡ һәйбәт. Уның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә артабанғы ҡыуышҡа — Ҡараңғы ҡыуышына (иң ҙуры: киңлеге 5 м тиклем, бейеклеге 2,5 м, оҙонлоғо 13 м) киң һәм бейек үтеү урыны бар. Ул көнбайыштан көнсығышҡа һуҙылған, 2-нән алып 10 м тиклем күп һанлы ҡабырға тармаҡ-юлдар һәм 7 ҡулса юлдар менән бик ҡатмарлы формала. Мәмерйәгә өсөнсө инеү урыны 2-се инеү урынынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 9 малыҫлыҡта урынлашҡан һәм киңлеге 1,2 м һәм бейеклеге 1,3 м булған дөрөҫ формалағы арканан ғибәрәт. Унан һуң тар урын башлана (бейеклеге 0,5 м, киңлеге 1 м, оҙонлоғо 5 м), ул Тораҡ ҡыуыштың төньяҡ өлөшөнә алып бара. Төньяҡҡа дүртенсе инеү урыны өсөнсөһөнән 8 м, ярҙан 12 м алыҫлыҡта, һыу киҫелешенән 4 м бейеклектә. Көнбайыш яҡҡа асыла, 0,9 м бейеклектә һәм 1,5 м киңлектәге дөрөҫ булмаған арка формаһында. Унан һуң тәпәш (0,7 м) үтеү урыны бар, ул 4 м һуң 1,5 киңлектәге һәм 8 м оҙонлоҡтағы бейек (4 м тиклем) коридорға алып сыға. Коридор, Тораҡ ҡыуыштың осо аша үтеп, 7 м һуң Ҡараңғы ҡыуышта тамамлана. Һыу-механик ҡатламдарҙан ҡыуышлыҡтың бөтә өлөштәрендә лә йылға ҡомо, мәмерйәнең инеү урынында ҡоро мәрйендәр осрай. Үрге ҡыуыштың көньяҡ стенаһының бер бушлығында 3×6 см ҙурлыҡтағы кальциттың кристалдары теркәлгән. Мәмерйәләге эзбизташ йыуылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән 10 алып 20 см тиклем диаметрлы күп һанлы бушлыҡтарҙан тора. Ҡараңғы һәм Үрге ҡыуыштарҙа түшәмдәр биохимия сығышлы шишмә һыуынан ныҡ ашалған, осло сығынтылар бик күп. Стеналарҙа күп урындарҙа биохимия сығышлы балсыҡлы вермикуляцияларҙың биҙәктәре күҙәтелә. Мәмерйә йылы тоҡсай тибы ҡыуышлыҡтарына ҡарай. Инеү яны урынында күп һанлы инеү урындары булғанлыҡтан микроклимат юғары кимәлдә өҫтәге метеошарттар менән билдәләнә. Мәмерйәнең төптәге юғары өлөшөндә стеналарҙа һәм түшәмдәрҙә дымлылыҡты конденсациялау участкалары бар, түшәмдәрҙән тамсы тама. Тупик юлдарҙа һауаның дымлылығы 100% яҡын.

Хайуандар донъяһы вәкилдәре күп түгел: мәмерйәнең инеү яны урындарындағы стена соҡорҙарында себендәрҙең, төнгө күбәләктәрҙең, урмәкселәрҙең өйкөмө теркәлгән. Төптәге ҡыуыштарҙа ҡыр сысҡандарының һәм ярғанаттарҙың айырым заттары билдәләнгән.

Мәмерйә юлдарының дөйөм оҙонлоғо 322 м. 2004 йылдың йәйендә ҡыуышлыҡтың топографик картаһын төҙөү һәм тасуирламаһы менән беренсе спелеологик тикшеренеүҙәрҙе «Плутон» клубы спелеологы Л. Д. Волков үткәрә. Тәбиғәт ҡомартҡыһы бик мөһим тәбиғәт һаҡлау, фәнни-танып-белеү, туристик һәм тарихи-мемориаль әһәмиәткә эйә, сөнки унда, риүәйәттәр буйынса, үҙ ваҡытында башҡорт халҡының батыры Салауат Юлаев эҙәрлекләүҙәрҙән йәшеренгән[2].