Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Башҡортостан Башҡортостан

Награда төрө

маҡтаулы исем

Кемгә бирелә

Рәми Ғарипов ижадын пропагандалауға һәм йәш быуынды уның өлгөһөндә тәрбиәләүгә күп көс һалған һәм Салауат районы һәм уның халҡы мәнфәғәтендә ниндәйҙер һиҙелерлек хеҙмәт күрһәткән шәхестәргә бирелә

Кем тапшыра

Салауат районы хакимиәте һәм райондың «Йүрүҙән» газете

Статус

ғәмәлдә

Статистика
Раҫланған ваҡыты

1997 йыл

Рәми Ғарипов исемендәге премия Салауат районы хакимиәте һәм райондың «Йүрүҙән» газете тарафынан Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында 1997 йылда булдырылған. Шағир райондың Арҡауыл ауылында тыуған һәм башҡа билдәле шәхестәр менән бер рәттән Салауат районының ысын ғорурлығы булып тора.

Премияның рәсми рәүештә раҫланған положениеһы бар. Был документҡа ярашлы, хакимиәт һәм район гәзитенең мәртәбәле бүләге Рәми Ғарипов ижадын пропагандалауға һәм йәш быуынды уның өлгөһөндә тәрбиәләүгә күп көс һалғандарға бирелә. Шулай уҡ Салауат районы һәм уның халҡы мәнфәғәтендә ниндәйҙер һиҙелерлек хеҙмәт күрһәткән шәхестәр ҙә уға дәғәүә итә ала.

Премия биреүгә кандидаттарҙы төрлө йәмәғәт ойошмалары, әҙәби-ижад берекмәләр, уҡыу йорттары, хеҙмәт коллективтары, редакциялар һәм шулай уҡ айырым шәхестәр ҙә күрһәтергә мөмкин.

Премия биш йылға бер тапҡыр халыҡ шағирының юбилейына арналған тантаналы сарала тапшырыла. Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡ булыусыға был турала махсус диплом бирелә.

Премия лауреаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1997 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Искәндәр Абрар улы Миһранов — Арҡауыл урта мәктәбе уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
  • Марс Закиров — «Һарғамыш» совхозының комсомол комитеты секретары, «Йүрүҙән» йырының авторы.
  • Зилә Саҙрый ҡыҙы Ғәббәсова — «Йүрүҙән» гәзитенең хәбәрсеһе

2002 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Римма Флүр ҡыҙы Сапожникова (Хафизова) — Арҡауыл урта мәктәбе уҡытыусыһы

2012 йыл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сәнә Сабирйәнова — «Салауат ере, батыр төйәге» район энциклопедияһын төҙөүсе, тел белгесе.
  • Руфина Димова — Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]