Салауат ҡылысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Салауат ҡылысы —Латвия ССР-ы (Рига) Тарих музейында һалҡын ҡоралдар коллекцияһында 1984 йылда Латвия университеты профессоры Хейнрих Стродес тапҡан артефакт.

Музейҙың инвентарҙар китабында ошондай яҙыу һаҡланған:

« Пугачёвтың яҡын ярҙамсыһы Салауат Юлаевтың ҡылысы. Ҡылыс ҡынһыҙ, оҙонлоғо 96 см, киңлеге 3 см, бөгөлгән. Тотҡаһы арыҫлан башы һынландырылған һары еҙҙән эшләнгән һәм ваҡ таштар менән биҙәлгән. Киҫкесендә ғәрәп телендә тоноҡланған яҙма бар. Өфө губернаһының Ҡормантау ауылында табылған. С.Р. Минцлов тапшырҙы. »


Белгестәр XVIII быуаттың ураһында йәки икенсе яртыһында эшләнгән тип билдәләй. Киҫкесендәге биҙәк ғәрәп яҙмаһына стилләштерелгән, уҡылмай. Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кесе Табын волосы Ҡормантау ауылында (хәҙерге Ғафури районы) Минцлов тарафынан һатып йәки бүләккә алынған. Фараз буйынса Салауат Юлаевты пленға алған кешеләрҙән булыуы мөмкин.

1986 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡлана.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Салават Юлаев: энциклопедия/ Главный редактор И. Г. Илишев. -Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. -480с.; ил. ISBN 5-88185-054-8

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Салауаттың ҡылысы менә суҡмары
  • Салауат эйәре