Эстәлеккә күсергә

Сальвиния

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сальвиния
Salvinia natans
Йөҙөүсе сальвиния (Salvinia natans)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Salvinia Ség., 1754

Синонимдар
Номенклатура тибы

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  10675

Сальвиния — йөҙөүсе ҡаҙаяҡтар ырыуына, сальвиния һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Яҡынса 10 төрө билдәле, башлыса тропик Америкала һәм Африкала, шулай уҡ Төньяҡ Америкала һәм Евразияла таралған[2]. Башҡортостанда, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында йөҙөүсән сальвиния үҫә[2].

Тамыры булмаған бер йыллыҡ һыу ҡаҙаяғы. Һабағы епкә оҡшаған, тармаҡлы, киңлеге 1 см тиклем, оҙонлоғо 5—10 см. Япрағы суҡтарҙа 3-әр, шуларҙың 2‑һе — йөҙөүсән, бөтөн, йомортҡа һымаҡ түңәрәк йәки йомро пластинкалы; өҫкө яҡтан ҡыя рәттәргә урынлашҡан ҙур булмаған имсәләре, аҫтан көрән төҫтәге төктәре бар. Өсөнсө һыу аҫты япрағы нигеҙенә тиклем тиерлек күп һанлы епкә оҡшаған тамыр кеүек ҡуйы ҡаты төктәр менән ҡапланған өлөштәргә теленгән. Макроспорангиялары (һәр береһе 1 макроспора менән) һәм микроспорангиялары (микроспораһы 64-кә тиклем) булған шар рәүешле сорустары (спорангиялар төркөмө) һыу аҫты япраҡтарының ҡыҫҡа һаптарында урынлашҡан. Сорустар көҙ көнө өлгөрә һәм һыу төбөнә китә, яҙын, яңы үҫемлектәр барлыҡҡа килтереп, шытып сыға. Декоратив үҫемлек, аквариумдарҙа һәм парк һыу ятҡылыҡтарында ҡулланыла. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

  1. Сведения о роде Salvinia в базе данных Index Nominum Genericorum Международной ассоциации по таксономии растений (IAPT)(инг.)
  2. 2,0 2,1 См. БСЭ в разделе Литература.