Салған (Силәбе өлкәһе)
Салған | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Златоустовский городской округ[d][1] |
Халыҡ һаны |
35 кеше (2002)[2], 35 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 456291 |
Салған — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Златоуст ҡала округы ҡасабаһы.
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба үҙ атамаһын 19 быуатта йәшәп килгән ғөрөф-ғәҙәттәргә ярашлы яҡында урынлашҡан ҡотоҡ буйынса алған, уның нигеҙендә боронғо төрки географик салгин (салҡын) термины ята, башҡортса — «һалҡын», «һыуыҡ» (боронғо ер үлсәме, иртәнге һалҡын сәғәттә үтелгән аралыҡҡҡа тиң — 18 км).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салған ҡасабаһына 1890 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1892 йылда) Һамар-Златоуст тимер юлының Өфө — Златоуст һыҙығында разъедарҙың береһендә нигеҙ һалына[4]. Статистика мәғлүмәттәре буйынса 1917 йылда Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Һатҡы улусы составында була, 15 ихата иҫәпләнә; 1926 йылда — 8 ихата. 20 быуаттың 2-се яртыһында ҡасабаның көньяҡ өлөшөндә Көньяҡ Урал тимер юлының Златоуст бүлегендә ҙур булмаған йөк станцияһы урынлаша, 1990 йылдар аҙағында — уҙыу пункты. 1963 йылда тартыусы бәләкәй станция төҙөлә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салған ауылы биләмәләре буйлап Тундушка йылғаһы аға. Златоуст ҡалаһына тиклем алыҫлыҡ 40 км тәшкил итә. Округтың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Рельефы таулы, иң яҡын бейеклектәре — 447 м һәм 450 м. Ландшафты — ҡарағас, ҡарағай һәм япраҡлы урмандар ҡанашмаһы менән шыршы- пихта урмандарының зонаһы өлөшө. Көнсығышҡа табан Тундушка йылғаһы аға (Әй йылғаһының ҡушылдығы). Салғанды күрше тораҡ пункттар менән ауыл-ара юлдар бәйләй. Көньяҡ ситендә Көньяҡ Урал тимер юлы үтә (Златоуст — Һатҡы участкаһы).
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[5] | 2010[6] |
35 | →35 |
Халҡы 35 кеше тәшкил итә (1917 йылда — 71, 1926 йылда — 40, 1956 йылда — 252, йылда 1970 — 76, йылда 1995 — 52).
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны 2010 йылда ҡасабала 35 кеше тәшкил итекән (20 ир-ат һәм 15 ҡатын-ҡыҙ).
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салған ҡасабаһы урамдар селтәре 4 урамдан тора[7].
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабала шул уҡ исемле туҡталыш станцияһы бар. Ул Танссеберҙең тарихи барышындағы Мәскәү йүнәлешендә Златоуст ҡала округының һуңғыһы булып тора. Киләһе туҡталыш станцияһы 1895 пункты Һатҡы районында урынлашҡан
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Салган 2019 йыл 9 сентябрь архивланған.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Златоуст г. → Салган п.