Эстәлеккә күсергә

Самощенко Иван Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Самощенко Иван Сергеевич
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 29 октябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1]
Тыуған урыны Гуляй-Борисовка[d], Зерноградский район[d], Ростов өлкәһе, СССР
Вафат булған көнө 17 июнь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1] (66 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө юрист, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө уголовное право[d][2], правовая ответственность[d][2], state and law[d][2] һәм methodology of law[d][2]
Уҡыу йорто Московский юридический институт[d]
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]
Кемдә уҡыған Александров, Николай Григорьевич[d]
Әүҙемлек урыны СССР[2]

Самощенко Иван Сергеевич ( 29 октябрь 1925 йыл17 июнь 1992 йыл) — юрист, юридик фәндәр докторы, профессор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы. Ҡыҙыл Йонодоҙ ордены һәм III дәрәжә Дан ордены кавалеры.

Иван Сергеевич Самощенко 1925 йылдың 29 октябрендә Гуляй-Борисовка (Ростов өлкәһе, Мечетинский районы) станицаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы— хәрби ҡаҙаныштары өсөнҠыҙыл Йондоҙ ордены, III дәрәжә Дан ордены һәм ике дәрәжәлә Ватан һуғышы ордендары, шулай уҡ — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм «Почёт Билдәһе» ордены, бер нисә рәт миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң, 1952 йылда, Мәскәү юридик институтын ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Өс йылдан һуң, 1955 йылда, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында (МДУ) профессор Николай Александров етәкселеге аҫтында юридик фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Правоохранительная деятельность советского государства как важнейшее средство обеспечения социалистической законности» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

1956 йылда Иван Самощенко «Советское государство и право» журналында эшләй башлай; ә 1960 йылдан 1978 йылға тиклем Бөтә Союз юридик институтында эшләй (һуңыраҡ — совет закондарын сығарыу ВНИИ). Карьераһын өлкән ғилми хеҙмәткәр булып башлай, ә институт директоры булып тамамлай. 1964 йылда МДУ-ның юридик факультетында «Понятие правонарушения по советскому законодательству» темаһына диссертацияһын уңышлы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә. 1978 йылда СССР юстиция министрының урынбаҫары була, ә һуңыраҡ — юстиция министрының беренсе урынбаҫары. «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ була; Сағыштырыу хоҡуғының халыҡ-ара академигы Иван Сергеевич Самощенко 1992 йылдың 17 июнендә вафат була.

Иван Сергеевич Самощенко 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы һәм авторҙашы булып тора, шул иҫәптән, бер нисә монографияһы бар; хоҡуҡ философияһы, дәүләт һәм хоҡуҡ дөйөм теорияһы менән бәйле мәсьәләләр менән шөғөлләнә; совет закондар сығарыу эшмәкәрлеген мәғлүмәтләштереү (компьютерлаштырыу) һәм системалаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Уның етәкселегендә СССР закондар йыйынтығы нәшер ителә:

  • «Охрана режима законности Советским государством» (М., 1960);
  • «Понятие правонарушения по советскому законодательству» (М., 1963);
  • «Ответственность по советскому законодательству» (М., 1971) (в соавт. с М. Х. Фарукшиным);
  • «Теоретические вопросы систематизации советского законодательства» (М., 1962);
  • «Общая теория советского права» (М., 1966);
  • «Подготовка и издание систематических собраний действующего законодательства» (М., 1969);
  • «Становление основ общесоюзного законодательства» (М., 1972);
  • «Свод законов Советского государства» (М., 1981).
  1. 1,0 1,1 1,2 Record #70108384 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Samoščenko, Ivan Sergejevič // Чешская национальная авторитетная база данных