Эстәлеккә күсергә

Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институты
Нигеҙләү датаһы 1918
Рәсем
Рәсми атамаһы Санкт-Петербургский государственный институт культуры, Петроградский институт внешкольного образования, Педагогический институт политпросветработы, Коммунистический политико-просветительный институт, Ленинградский государственный библиотечный институт, Ленинградский государственный институт культуры, Санкт-Петербургский государственный институт культуры, Санкт-Петербургская государственная академия культуры, Санкт-Петербургский государственный университет культуры и искусств һәм Ленінградскі дзяржаўны інстытут культуры
Кем хөрмәтенә аталған Крупская Надежда Константиновна
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урын Санкт-Петербург
Уҡыусылар һаны 8000
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Рәсми сайт spbgik.ru[2]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Санкт-Петербургского института культуры[d]
Карта

«Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институты» юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы — мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белгестәрҙе әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү буйынса юғары уҡыу йорто, Рәсәй гуманитар ижади белем биреү лидеры, Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының иң эре вуздарының береһе.

Институтта төрлө кимәлдәге белем биреү программалары реализациялана: бакалавриат, специалитет, магистратура, аспирантура, ассистентура-стажировкалау, өҫтәмә профессиональ белем биреү, өлкәндәр һәм балалар өсөн өҫтәмә белем биреү[3].

Студенттар очно, очно-ситтән тороп, ситтән тороп уҡыу формаларын һайлай ала.

Уҡытыу 5 факультетта алып барыла: — китапхана-мәғлүмәт;
— социаль-мәҙәни технологиялары;
— сәнғәт;
— донъя мәҙәниәте;
— эстрада музыкаһы сәнғәте.

Бынан тыш уҡытыу Санкт-Петербург мәҙәниәт институты эргәһендәге Балалар сәнғәт мәктәбендә һәм аспирантура һәм ассисентура-стжировкалау бүлегендә ойошторолған[3].

Төрлө уҡыу йылдарында институтта Н. Н. Масленникова, И. А. Шомракова, И. Е. Баренбаум, ВС. Крейденко, А. Н. Ванеев, Б. Д. Парыгин, Л. В. Трапезников, В. П. Леонов, ГФ. Гордукалова, И. М. Болотников, Д. М. Генкин, ЮБ Богданов, Д. Н. Альшиц, В. Н. Зайцев, В. А. Тыкка, С. А. Рейсер, Б. Я. Бухштаб, И. В. Гудовщикова, А. В. Блюм, Е. П. Борзова, Ф. Ф. Рыбаков, Г. А. Тишкина, Н. И. Сергеева, Г. Г. Фирсов, А. М. Панченко, В. В. Головин, Л. Ю. Брауде һәм башҡа профессорҙар эшләйҙәр.

Университетҡа 1918 йылдың 19 декабрендә Петроградта нигеҙ һалына — Петроград Мәктәптән тыш белем биреү институты.

1924 йылда институт Н. К. Крупская исемендәге педагогия сәйәси-ағартыу эше институты тип үҙгәртелә.

1925 йылда институт Н. К. Крупская исемендәге Коммунистик сәйәси-ағартыу институты итеп үҙгәртеп ҡорола.

1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ғына, исеме тағы ла бер тапҡыр үҙгәртелә — Н. К. Крупская исемендәге Ленинград китапхана институты.

1942 йылда институт М. Н. Покровский исемендәге педагогия институты составына инә. Үҙ аллы уҡыу йорто булараҡ Н. К. Крупская исемендәге Ленинград дәүләт китапхана институты СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1945 йылдың 15 июнендәге бойороғона ярашлы тергеҙелә.

1964 йылда исеме Н. К. Крупская исемендәге Ленинград дәүләт мәҙәниәт институты итеп алмаштырыла.

1965 йылан алып юғары уҡыу йорто сит ил студенттарын уҡыуға ҡабул итә.

1980 йылда институт Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнә.

1991 йылда, ҡала менән бергә, институттың исеме ҡабаттан яңыртыла — Н. К. Крупская исемендәге Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институты.

1993 йылда Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт академияһы итеп үҙгәртелә.

1999 йылдан алып 2014 йылға тиклем Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты исемен йөрөтә.

2014 йылда учредитель ҡарары буйынса университет «Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институты» Федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы (Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының 2014 йылдың 12 ноябрендәге 1904-се бойороғона ярашлы) исемен үҙгәртә

— Зеленко Василий Адамович (1918-1924)
— Парижер Семен Савич (1924-1925)
— Нетупская Ядвига Адольфовна (1925-1935)
— Бланкштейн Арон Исаакович (1935-1941)
— Фрид Любовь Соломоновна (1941-1942)
— Усов Александр Васильевич (1945-1946)
— Никитин Петр Ерофеевич (1946-1955)
— Скрыпнев Николай Петрович (1955-1970) 1964 йылда институт Н. К. Крупская исемендәге Ленинград дәүләт мәҙәниәт институты итеп үҙгәртелә.
— Зазерский Евгений Яковлевич— (1970-1991)
— Подболотов Павел Алексеевич (1991-2009)
— Рашрагович Борис Исидорович (2009-2010)
— Тургаев Александр Сергеевич (2010 йылдан алып). 2014 йылда институт Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институты тип үҙгәртелә.

Уҡыу-уҡытыу подразделениелары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ректоры — Александр Сергеевич Тургаев
Уҡыу эштәре буйынса проректор — Смирнова Алла Александровна
Социаль һәм тәрбиәүи эштәр буйынса проректоры —Лимонов Владимир Андреевич
Ижади һәм ғилми эштәр буйынса проректор — Белобородова Ирина Николаевна
Беренсе проректор — Шукшин Сергей Иванович
Проректоры буйынса административ-хужалыҡ эштәре — Панов Дмитрий Георгиевич
Ректорат ҡарамағындағы Советник — Яковлев Владимир Петрович
Ғилми советтың ғилми секретары — ГоробецСветлана Владимировна

Институттың төп корпусы
  • Китапхана-мәғлүмәт факультеты
    • Китапхана фәне һәм уҡытыу теорияһы кафедраһы
    • Документтар фәне һәм информацион аналитика кафедраһы
    • Балалар әҙәбиәте кафедраһы
    • Мәғлүмәти менеджмент кафедраһы
  • Сәнғәт факультеты.
    • Академик хор кафедраһы
    • Тынлы һәм һуҡма инструменттар кафедраһы
    • Кинофотоискусство кафедраһы
    • Урыҫ халыҡ йыры сәнғәте кафедраһы
    • Халыҡ инструменталь сәнғәт кафедраһы
    • Режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы
    • театрализацияланған тамашалар һәм байрамдар режиссураһы кафедраһы
    • Риторика һәм сәхнә телмәре кафедраһы
    • Фортепиано кафедраһы
    • Хореография кафедраһы
  • Донъя мәҙәниәте факультеты
    • Сәнғәт фәне кафедраһы
    • Мәҙәниәт объекттарын реставралациялау һәм экспертизалау кафедраһы
    • Сит телдәр һәм лингвистикаһы кафедраһы
    • Музеология һәм мәҙәни мираҫ кафедраһы
    • Петербург фәне һәм тарихы кафедраһы
    • Мәҙәниәт теорияһы һәм тарихы кафедраһы
  • Социаль-мәҙәни технологиялар факультеты
    • Педагогика һәм психология кафедраһы
    • Социаль-мәҙәни эшмәкәрлек кафедраһы
    • Туризм һәм социаль-мәҙәни сервисы кафедраһы
    • Физик тәрбиә кафедраһы
  • Эстрада музыка сәнғәте факультеты
    • Эстрада режиссураһы һәм актер оҫталығы кафедраһы
    • Музыка фәне һәм музыка-ғәмәли сәнғәте кафедраһы
    • Эстрада-джаз һәм сәнғәте һәм мюзиклы кафедраһы

Уҡыу-уҡытыу һәм фәнни үҙәктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Лингвистик белем биреү үҙәге. Программа етәксеһе — Тамара Николаевна Румянцев.
  • Мәҙәниәт өлкәһендә кадрҙарҙың ижади һәм идара итеү квалификацияһын күтәреү үҙәге . Директоры — Людмила Васильевна Прохорова.
  • И. А. Волков исемендәге Фольклор ғилми-белем биреү үҙәге. Етәксеһе — Сивова Вера Матвеевна.

Башҡа подразделениелар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Балалар сәнғәт мәктәбе (ДШИ СПбГИК)
  • Китапхана
  • Финанс-иҡтисад идаралығы
  • Музей
  • Уҡыу-уҡытыу-метдик идаралығы..
  • Социаль һәм тәрбиәүи эштәр буйынса идаралыҡ
  • Ғилми бүле.
  • Профсоюз комитеты
  • Кадрҙарҫы иҫәпкә алыу һәм делопроизводство идаралығы
  • Информацион технология идаралығы
  • Административ-хужалыҡ идаралығы

601293, Россия, Владимирская обл., гор. Суздаль, ул. Ленина, д. 106.

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. Google Knowledge Graph — 2012.
  3. 3,0 3,1 Санкт-Петербург мәҙәниәт институты