Эстәлеккә күсергә

Санто-Доминго (Антьокия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Санто-Доминго
исп. Santo Domingo
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1778
Рәсем
Рәсми атамаһы Santo Domingo
Дәүләт  Колумбия
Административ-территориаль берәмек Антьокия[d]
Халыҡ һаны 10 759 кеше (2012)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1975 ± 1 метр
Майҙан 271 км²
Рәсми сайт santodomingo-antioquia.gov.co/…
Урынлашыу картаһы
Карта
 Санто-Доминго Викимилектә

Санто-Доминго (исп. Santo Domingo) — Колумбияның төньяғындағы ҡалаһы һәм муниципалитеты, Антьокия департаменты территорияһында урынлашҡан. Төньяҡ-Көнсығыш Антьокия суб. төбәге составына инә.

Һуңыраҡ ҡалаға тиклем үҫешкән ауылға нигеҙ 1778 йылдың 12 ғинуарында һалынған. 1814 йылда Санто-Доминго айырым административ берәмек булып китә.

Санто-Доминго муниципалитеты

Ҡала департаменттың көнсығыш өлөшөндә, Үҙәк Кордильер тауында, департаменттың үҙәге Медельиндан төньяҡ-көнсығышҡа табан 46 километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Абсолют бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 2003 метр. Санто-Доминго муниципалитеты төньяҡтан Йоломбо һәм Сиснерос, төньяҡ-көнбайышта — Санта-роса-де-Осос, көнбайышта — Донматиас һәм Барбоса, көньяҡта — Консепсьон һәм Алехандрия, көнсығышта — Сан-Роке муниципалитеттары менән сиктәш. Муниципалитет майҙаны 271 км² тәшкил итә.

Колумбия Милли администрация департаментының статистика мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылда ҡала һәм муниципалитеттың бергә дөйөм халҡы 10 759 кеше тәшкил итә.

Муниципалитетта йылдар буйынса халыҡ һанының динамикаһы:

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
20052006200720082009201020112012
11 56711 44011 32011 22011 10310 99110 87410 759

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, 2005 йылда ир-егеттәр Санто-Доминго халҡының 51,5 %, ҡатын — ҡыҙ- 48,5 процентын тәшкил иткән. Расаға ҡарата аҡ тәнлеләр һәм метистар 98,4 процент; негрҙар, мулаттар һәм райсалдар — 1,6 %.

Халыҡтың 15 йәштән өлкән кешеләре араһында грамоталылыҡ кимәле −90 %.

Санто-Доминго иҡтисады нигеҙендә ауыл хужалығы етештереү тора. Муниципалитет территорияһында башлыса кофе, шулай уҡ шәкәр ҡамышы, маниок, картуф, помидор, кукуруз, фасоль үҫтерәләр. Ҡала һәм муниципалитект предприятиеларының 38,4 процентын сауҙа өлкәһе предприятиелары, 39,2 процентын — хеҙмәтләндереү өлкәһе, 18,8 % — сәнәғәт предприятиелары, 3,6 проценты — предприятие иҡтисадының башҡа тармаҡтары тәшкил итә.