Сарыҡ (аяҡ кейеме)
Сарыҡ | |
Cарыҡ — ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәрҙең күндән тегелгән традицон аяҡ кейеме.
Сарыҡ башҡорттарҙың буҫтау ҡуңыслы, иләнмәгән тиренән эшләнгән традицион аяҡ кейеме. Уны ябай (4 һәм 6 ҡусҡарлы) һәм ҡатмарлы орнаментлыға (8, 10, 12) айыралар. Сарыҡтарҙы көндәлек тормошта, шулай уҡ байрамдарға йәки туйға кейгәндәр.
Эшләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күндән эшләнгән сарыҡты тегеү табанынан башланған. Табан өлөшөн үксәнең ситенә килтереп өҫкә ҡаратып бөккәндән һуң, ярым түңәрәк формалағы әҙерләмә теккәндәр.
Ҡуңысының бейеклеге 40-60 см булған сарыҡты тубыҡ аҫтынан үрелгән ҡуңысбау, ҡысмау менән уратып бәйләп кейгәндәр.
Ҡуңысы арттан башҡорт орнаментлы аппликацилар һәм сигеү менән биҙәлгән.
Ирҙәр сарығының ҡуңысына күн ярым түңәрәк (үксә өҫтөндә һәм башында) ромб һәм өсмөйөштәр сигелгән. Сигеүҙәр, биҙәүҙән башҡа, амулет һәм бетеү ролен дә башҡарған.
Биҙәктәрҙең мәғәнәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирҙәр сарығы менән ҡатын-ҡыҙ сарығы биҙәктәре айырылып торған һәм төрлө сакраль мәғәнәгә эйә булған. Ҡунысына күн аппликацияларҙан тыш (төрлө геометрик киҫәктәр, мөгөҙ рәүешендәге кәкерсәктәр һәм башҡалар), аралаштырып йыш ҡына сигеүле биҙәктәр һалғандар. 4 һәм 6 ҡусҡарлы ябай биҙәк һәм 8, 10, 12 ҡусҡарлы ҡатмарлы ҡусҡар биҙәк ҡулланылған. Ирҙәр сарығының ҡунысына, үксә өҫтөнә, ситтәренә һәм башына һаҡлағыс итеп ярым түңәрәк, ромб йә өсмөйөш рәүешендәге күн киҫәктәре беркетелгән.
Ҡатын-ҡыҙ сарыҡтарында бай һәм ҡатмарлы сигеүле биҙәк өҫтөнлөк иткән. Яҙғы таң ҡояшы - ҡыҙыл төҫ ҡулланылған - был ҡояшҡа табынған мәжүсилек заманынан ҡалған. Үксә өҫтөндәге тулаға сигелгән оҙонса ярымтүңәрәктең уртаһында тереклек, нәҫел ағасын аңлатҡан биҙәк - уның тамырҙары һәм ботаҡтары бар. Өҫ яғынан соляр тамғалар сигелә торған булған. Йәшерен сакраль мәғәнәле тел менән тормош яралыу, енси ҡеүәт һүрәтләнгән [1]
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сарыҡты тула ойоҡ һәм сылғау менән кейгәндәр.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шитова С. Н. Сарыҡ (аяҡ кейеме) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Авижанская С. А.,Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, Уфим. ин-т истории, языка и литературы Акад. наук СССР. Гос. музей энографии народов СССР. - Уфа : [б. и.], 1964. - c.259, C.236