Сатрайорт (Ишембай районы)
Сатрайорт | |
Сатрайорт | |
Рәсми атамаһы | Сатрайорт |
---|---|
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Сатрайорт (рус. Сатра-Юрт) — бөткән утар. Башҡорт АССР-ы Маҡар районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Ҡолғона ауыл Советы составына ингән. 1864 йылғы документта телгә алына. 1969 йылға тиклем ауылдар исемлегенән алынған.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- район үҙәгенә тиклем (Петровское): 56 км
- ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡолғона): 13 км
- яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Стәрлетамаҡ): 91 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1864 йылғы «2-се Верхнеурал башҡорт кантоны йәйләүҙәре тураһында ведомостәр» исемле документта телгә алына. Сатрайорт Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы административ-территориаль берәмеге составына ингән була һәм Сатрайорт тураһында ошолай яҙылған:
Һәүәнәк йылғаһы үрендә был йәйләү борондан (200 йыл тирәһе) бар, 3 саҡрымдай урманлы һәм таулы киңлектәрҙе биләй. Унда 1 июндән 11 июнгә тиклем йәйләйҙәр[1].
Бохарова Г. Һ. яҙыуынса, Сатрайорт топонимы үҙ эсенә йорт һүҙен алған — башҡорттарҙың «йорт» тип аталған ултыраҡ тораһы өсөн ғәҙәти атама. Ж. Ғ. Кейекбаевтың фаразлауынса, йорттар тау башҡорт ҡәбиләләренең боронғо торалары булған, улар Башҡортостандың тик тау-урман райондарында осрай һәм һөжүм ваҡытында башҡорттар уларҙы йәшенеү урындары итеп ҡулланған[2]. Ишембай районы топонимияһы буйынса тикшеренеү эшендә Суфиева А. Ш. (етәксеһе Ҡарабаев М. И.) бик ҡыҙыҡлы факттар килтерә. Юрматы ырыуы шәжәрәһендә йорт термины халыҡ, ҡәбилә территорияһы, шул уҡ ваҡытта йорт, өй мәғәнәһендә ҡулланылған. Шәжәрәнән өҙөк:
Улуҡ заманда Жәнбәк хан илан Аҡсаҡ Тимер хан иде. Булар [ваҡытында] йортҡа олуғ бөлгенлек булды, һәр тарафҡа яулар булды. Әмәт Хәмәт ханның йорты бозылды. Бер аз кешеләр илан ҡачып, олуғ Иделнең ары яғына чыҡдылар һәм йорт урыны ҡазыдылар[3]
.
Был текстан, йорт һүҙе ил, тора мәғәнәһендә бирелеүе, аңлашыла, йәғни өй мәғәнәһендәге йорт һүҙенән күпкә киңерәк. Ысынлап та, Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттар элек-электән Башҡортостанды Оло йорт, тип исемләгәндәр. Был хеҙмәттә йорт һүҙе булған күп ойконимдар килтерелә, улар араһында Сатрайорт та бар.
Сатра һүҙе catr (фарсы), catur (төрөк) һүҙҙәре боронғо һинд chattra һүҙе менән бәйле, уның дөйөм мәғәнәһе — ябыныу, йәшенеү[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ярмуллин, 2015, с. 33
- ↑ Бухарова, 2017, с. 1090
- ↑ https://educontest.net/ru/327457/(недоступная ссылка) Суфиева А. Ш. Индивидуальный проект на тему Топонимы Ишимбайского района и значение перевода их на башкирский язык
- ↑ Г. Х. Бухарова. Башкирские топонимы образованные от субстратның географических терминов индоиранского происхожения
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бухарова Г. Х. Отражение материальной культуры башкир в топонимии // Вестник Башкирского университета. — 2017. — № 4. — С. 1088—1093.
- Ярмуллин А. Ш. XIX быуатта башҡорт йәйләүҙәре (Башкирские летовки в XIX веке) // Ватандаш. — 2015.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 июня 1952 года: [справочник] / Президиум Верхов. Совета БАССР; [сост. Н. Ильин, Ш. Файзуллин, М. Курамшин и др.; отв. ред. А. Денисов]. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1953. — С. 346. — 494 [1] с.: табл. преим. — Алф. указ.: с. 398—493 с.