Саттаров Ғәлләм Саттар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саттаров Ғәлләм Саттар улы
Тыуған урыны Ковалинская волость[d]

Саттаров Ғәлләм Саттар улы (27 июль 1894 йыл — 16 ноябрь 1986 йыл) — театр актёры, режиссёр, педагог. СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1929–1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1943). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлләм Саттар улы Саттаров 1894 йылдың 27 июлендә Ҡазан губернаһы Минзәлә өйәҙе (хәҙер Татарстан Республикаһы Дубьяз районы) Юрташ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

1903—1906 йылдарҙа ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Был яҡта театр сәнғәтен башлап ебәреүселәрҙең береһе. 1913 йылдан үҙешмәкәрҙәр ҡуйған спектаклдәрҙә ҡатнаша, 1917 йылдан — профессиональ актёр.

И. Б. Ҡудашев-Ашҡаҙарский театр труппаһында, Петроград татар театрында һәм Өфө дәүләт татар-башҡорт театрында, Күргәҙмә театрында, Ленсовет исемендәге Мәскәү эшселәр татар театрҙарында уйнай. 1929—1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. 1930—1932 йылдарҙа был театрҙың директоры була. 1929—1953 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумында актёр оҫталығы һәм сәхнә телмәренән уҡыта.

Актёрҙың репертуарында 500-ҙән артыҡ роль бар, шул иҫәптән, иң характерлы ролдәре булып Н. В. Гоголдың «Ревизор» комедияһындағы Ляпкин-Тяпкин, «Женитба» пьесаһында Жевакин, А. Н. Островскийҙың «Бесприданница»һында Гаврило, «Без вины виноватые» пьесаһында Дудукин, С. Мифтаховтың «Һаҡмар» пьесаһында Әлекәй, «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт»ендә Наум, «Зимагорҙар» пьесаһында Полицейский ролдәре тора. Ғ. С. Саттаровтың эстрада программаһы ла бик ҙур күләмле һәм бай: бары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғына ла ул 1043 концертта ҡатнашып, конферансье ролен башҡара.

Саттаров Ғәлләм Саттар улы 1986 йылдың 16 ноябрендә Ленинградта вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1955)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1943)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.