Эстәлеккә күсергә

Сатырлы ҡыңғыраулыҡ (Иҫке Черкасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Мәҙәниәт һәйкәле

Иҫтәлекле урын
Сатырлы ҡыңғыраулыҡ (Иҫке Черкасск)
Ил Рәсәй
Ҡала, урам Ростов өлкәһе, Аҡсай районы,И:ке Черкасск станицаһы
Конфессия Православие
Бина тибы Ике ҡатлы башня тибындағы ҡыңғыраулыҡ
Беренсе тапҡыр 1730 йыл
Бейеклеге 45,8 метр
Бөгөнгө хәле Ғәмәлдәге

Сатырлы ҡыңғыраулыҡ — Рәсәйҙең Ростов өлкәһе, Рәсәй Федерацияһы Иҫке Черкасск станицаһындағы ике ҡатлы ҡыңғыраулыҡ. Илдең көньяғындағы шундай берҙән-бер бина.

1730 йылда Иҫке Черкассктың Воскресение Христово Ғәскәри соборы йәнәшәһендә ике ҡатлы сатырлы башня-ҡыңғыраулыҡ төҙөлә. Уның бейеклеге 45 метрҙан ашыу тәшкил итә. 1744—1857 йылдарҙа беренсе һәм икенсе ҡатында казактарҙың ғәскәри архивы һаҡлана. 1751 йылда Иҫке Черкасскта 1812 йылғы Ватан һуғышының буласаҡ геройы, билдәле казак атаманы М. И. Платов[1] суҡындырыла.

Ҡыңғыраулыҡ аҫҡы өйҙән, дүрт мөйөшлө буранан, дүрт мөйөштән һигеҙ мөйөшкә сығарылған ҡоролманан һәм тәре урынлаштырылған сатырҙан тора. Сатыр күләме һигеҙ ҡырлы ҡат менән сағыштырғанда һиҙелерлек кәметелгән. Аҫҡы ҡатта күпмелер ваҡыт төрмә була, унда айырым мөһим енәйәтселәр тотола. Беренсе ҡаттың һигеҙ ҡыры стеналары ике метрға етә, икенсе ҡатта күҙәтеү майҙансығы була[2]. Һигеҙ мөйөшлө ҡоролмала — һигеҙ ҡырлы, ҡыңғыраулыҡтың иң бейек өлөшөндә — диуарҙар эсенән таш баҫҡыс үтә[3]. ошо өлөштәге түңәрәк тәҙрәләрҙә тантаналар ваҡытында шәмдәр ҡуйыла, улар байрам иллюминацияһын барлыҡҡа килтерә.

  1. Старочеркасск.Музей-заповедник, Столица Донского казачества.  (рус.), Ростовчанка (26 март 2015). 14 апрель 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 15 апрель архивланған.
  2. "Шатровая колокольня". siamz-ro.ru. Дата обращения: 14 апрель 2017.
  3. Туризм в Донском крае. Описание достопримечательностей Старочеркасска. tourism.donrise.ru. Дата обращения: 14 апрель 2017.