Сауҙа мәктәбе бинаһы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Сауҙа мәктәбе бинаһы
Революцияға тиклемге открыткала сауҙа мәктәбе бинаһы. Артҡы планда - Успенск сиркәүе.
Революцияға тиклемге открыткала сауҙа мәктәбе бинаһы. Артҡы планда - Успенск сиркәүе.
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Максим Горький урамы, 88
Бина тибы кирбес
Төҙөлгән ваҡыты 1905 йыл
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

1905

Сауҙа мәктәбе бинаһы — Дондағы Ростовта 1905 йылда[1] Ростов коммерция ирҙәр училищеһы ҡарамағындағы сауҙа мәктәбе өсөн[2] төҙөлгән бина. Хәҙерге ваҡытта бина — Көньяҡ федераль университет корпустарының береһе. Сауҙа мәктәбе бинаһы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ростов коммерция ирҙәр училищеһы 1900 йылда нигеҙләнә. Икенсе йылына уның ҡарамағында сауҙа мәктәбе асыла. Сауҙа мәктәбенең үҙ бинаһы 1905 йылда Сенная урамында (хәҙер Максим Горький урамы) 1905 йылда төҙөлә. Уның эргәһендә Покров Пресвятая Богородица училище сиркәүе була (һаҡланмаған)[4]. 1915 йылда мәктәп бинаһында концерт менән композитор һәм пианист С. В. Рахманинов сығыш яһай. Һуңыраҡ бина Ростов дәүләт университетына бирелә. Хәҙерге ваҡытта унда вуздың юридик һәм иҡтисад факультеттары урынлашҡан.

Ростов өлкәһе хакимиәте бшлығының 1998 йылдың 9 октябрендәге 411-се ҡарары менән сауҙа мәктәбе бинаһы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусын ала.

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сауҙа мәктәбенең кирбес бинаһы өс ҡатлы, подваллы һәм дүрт яҡлы сарҙаҡлы ҡыйыҡ менән ябылған. Төп фасады тәҙрә уйымдары менән ритмик рәтле симметричялы композиция тыуҙыра. Фасадтың үҙәк өлөшө сығынты һәм ҡатмарлы профилле кәрниз менән айырыла. Һуңғы ике ҡат өсөнсө ҡаттың тәҙрәләре аҫтында бер урынға тупланған? стенанаy сығып торған вертикаль буйҙар менән байытылған. Ишектең ярымциркуляр аркаһын йөҙлөк дуға биҙәй. Төп фасад төп — Максим Горький урамына сыға. Н формаһындағы бинала уҡыу аудиториялары һәм башҡа бүлмәләр баҫҡыс эргәһендәге холда урынлашҡан.

Мемориаль таҡтаташ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Солженицынға мемориаль таҡтаташ

1993 йылда бина фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Унда түбәндәгеләр яҙыла[5]:

« Был бинала (элекке Сауҙа йортонда) 1915 йылда концерттар менән бөйөк рус композиторы һәм пианисы Сергей Васильевич Рахманинов сығыш яһаған »

2011 йылдың 11 декабрендә йорт диуарында 1936 йылдан 1941 йылға тиклем Ростов дәүләт университетының физика-математика факультетында белем алған Александр Солженицынға мемораиль таҡтаташ асыла. Барельеф скульптор Дмитрий Лындин тарафынан эшләнә[6][7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990. — Б. 24.
  2. На пути к РФЭИ. ВУЗ в предвоенные годы. rsue.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 сентябрь 2013. 20 август 2013 тикшерелгән.
  3. г. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения, 1-100). Часть 1. Официальный портал Правительства Ростовской области. Тәүге сығанаҡтан архивланған 14 сентябрь 2013. 20 август 2013 тикшерелгән.
  4. Малаховский Е. И. Храмы и культовые сооружениея Ростова-на-Дону — Ростов-на-Дону: Издательство "NB", 2006. — Б. 89. — ISBN 5-98155-014-7.
  5. Рахманинов в Ростове. Ростовская государственная консерватория (академия) имени C. В. Рахманинова. 3 октябрь 2013 тикшерелгән.
  6. Мемориальная доска, посвященная Солженицыну, открыта в Ростове-на-Дону. youreporter.ru (2011-12-12). 3 октябрь 2013 тикшерелгән.
  7. Янина Чевеля Новое лицо Александра Солженицына. Ростов Официальный (2011-12-14). 3 октябрь 2013 тикшерелгән.