Сафиуллина Альмира Морат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафиуллина Альмира Морат ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 5 октябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Вафат булған көнө 25 сентябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (75 йәш)
Һөнәр төрө инженер, йәмәғәт эшмәкәре

Сафиуллина Альмира Морат ҡыҙы (5 октябрь 1940 йыл25 сентябрь 2016 йыл) — инженер, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Альмира Морат ҡыҙы Сафиуллина 1940 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Кушнаренко ауылында тыуған.

1962 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Строймаш" заводында инженер вазифаһында башлаған. Артабан ошо уҡ предприятиела партия ойошмаһы секретары итеп һайланған.

1984-1988 йылдарҙа оборона сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе.

1988 йылдан - халыҡ контроленең ҡала комитеты рәйесе.

1990-1993 йылдарҙа Стәрлетамаҡ машина эшләү заводының бүлек мөдире.

1993 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының торлаҡты хосусилаштырыу предприятиеһы директоры [2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының Авангард һайлау округынан Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһының ветерандар советы рәйесе итеп һайлана, «Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы» исеменә лайыҡ була.«Стерлитамакский рабочий» гәзитенә биргән интервьюһында Альмира Морат ҡыҙы былай ти:

«У меня вся жизнь прошла на людях. Жила и живу для них,. Иногда задумываюсь: повторила бы я этот путь? Ведь точно, занимаясь общественными делами, чем-то свою семью обделяла, что-то детям недодавала. Но зато они видели моё отношение к работе и сами научились ответственности, добросовестности. Сын и дочь, внук и внучка – моя радость, моя награда! Всегда их учила не козырять именем родителей. Наверное, правильно. В общем, я считаю себя счастливым человеком!»[3]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәшләй тол ҡалып, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]