Сахалин дәүләт университеты
Сахалин дәүләт университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1949 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Южно-Сахалинск |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Южно-Сахалинск, Рәсәй |
Рәсми сайт | sakhgu.ru |
Сахалин дәүләт университеты Викимилектә |
Сахалин дәүләт университеты (рус. Сахали́нский госуда́рственный университе́т, СахГУ) — Сахалин өлкәһе административ үҙәге Южно-Сахалинск ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорто. 1949 йылда уҡытыусылар институты булараҡ нигеҙләнгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949 йылда Южно-Сахалинск уҡытыусылар институты булараҡ нигеҙ һалына, 1954 йылда Южно-Сахалинск дәүләт педагогия институты, 1998 йылда Сахалин дәүләт университеты итеп үҙгәртелә.
Уға Сахалин өлкәһе территорияһында урынлашҡан өс колледж: Южно-Сахалинск педагогия, Александровск-Сахалинский педагогия һәм Сахалин театр колледжы ҡушылған. 1999 йылда университет составына Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетының юридик факультеты (филиал, хәҙерге ваҡытта СахДУ-ның юридик институты) АКФУ инә. 2011 йылда вузға утрауҙағы ике уҡыу йорто: Сахалин яғыулыҡ-энергетика техникумы һәм Сахалин һәм бизнес информатика колледжы ҡушыла.
2012 йылда Сахалин өлкәһе хөкүмәте һәм «Эксон Нефтегаз Лимитед» ширҡәте тарафынан СахДУ базаһында Техник нефть-газ институтын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ширҡәт яғынан ярҙам күләме 5 млн АҠШ доллары тәшкил иткән[2].
Белем биреү эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта университетта 7000 тирәһе студент белем ала. Уларҙы әҙерләү 28 юғары һөнәри белем биреү белгеслеге, 13 йүнәлеш буйынса бакалавриат, 4 магистрлыҡ йүнәлеше һәм 17 вуздан һуң белем белгеслектәре (аспирантура) буйынса алып барыла.
Университетта 48 кафедра эшләй, уларҙа 350-нән артыҡ уҡытыусы, шул иҫәптән 57 фән докторы, 140 фән кандидаты һәм доцент, Рәсәй һәм халыҡ-ара академияларҙың 25 ғәмәли ағзаһы һәм мөхбир ағзаһы (Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы, Социаль фәндәр академияһы, Халыҡ-ара мәғлүмәтләштереү академияһы, Халыҡ-ара Экология һәм хәүефһеҙлек академияһы, Халыҡ-ара фәндәр академияһы, Халыҡ-ара Тәбиғәт һәм йәмғиәт тураһында фәндәр академияһы, Нью-Йорк академияһы) уҡыта.
СахДУ 15 фәнни һөнәр буйынса аспирантурала юғары квалификациялы фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙар әҙерләй. СахДУ Алыҫ Көнсығыш федераль округы юғары уҡыу йорттарының Сахалин өлкәһендә урынлашҡан филиалдары өсөн аспиранттар әҙерләүҙе ғәмәлгә ашыра.
Университет структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сахалин дәүләт университеты составына түбәндәге институттар һәм факультеттар инә:Филология, тарих һәм көнсығышты өйрәнеү институты; Психология һәм педагогика институты; Тәбиғәт фәндәре һәм техносфера хәүефһеҙлеге институты; Техник нефть-газ институты; Юридик, иҡтисад һәм идара итеү институты; Вузға тиклем әҙерлек институты; Оха филиалы; Александровск-Сахалинский колледжы (филиал); Южно-Сахалинск педагогия колледжы; Политехник колледж.
Халыҡ-ара эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1989 йылда Хоккайдо университеты һәм Южно-Сахалинск педагогика институты араһында хеҙмәттәшлек тураһында беренсе халыҡ-ара килешеү төҙөлә. Шул йылдан буласаҡ СахДУ-ның халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге башлана.
Етәкселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Павлов В. Е.
- Кузнецов М. И.
- Шлямин Борис Александрович (1957—1962)
- Князева Клавдия Ивановна (1962—1963)
- Афанасьев Александр Яковлевич (1963—1974 декабрь)
- Колесников Николай Иванович (1974—1983 ғинуар)
- Околелов Олег Петрович (1983—1985)
- Тлеков Салихман Саматович (1985—1991)
- Мисиков Борис Рамазанович (1991—2013)
- Минервин Игорь Георгиевич (2013—2016)
- Федоров Олег Анатольевич (2016 — әлеге ваҡытҡаса)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ На оснащение Технического нефтегазового института на Сахалине будет выделено 5 млн долларов 2013 йыл 23 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт 2021 йыл 2 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Главный вуз островной области: Сахалинскому государственному университету — 60 лет. — Южно-Сахалинск : Издательство «Сахалин — Приамурские ведомости», 2009. — 128 с. ISBN 978-5-904194-03-1