Саха аты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саха аты
Рәсем
Ил  Яҡут Республикаһы
Бейеклеге/буйы 145 сантиметр
 Саха аты Викимилектә
Яҡут аты Әзербайжан почта маркаһында

Саха аты (яҡут. сылгы йәки саха ата) — Яҡутстанда таралған абориген тоҡомло йылҡы малы.

Тоҡом тәбиғи һайланыштың көслө йоғонтоһо аҫтында кеше тарафынан булдырылған.

Тышҡы ҡиәфәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саха аттары тоҡомо һыуыҡтарға бирешмәй торған тоҡом, йөн оҙонлоғо — 8-15 сантиметр, йөн аҫтында тағы бер мамыҡ йөнө ҡатламы бар. Ат хатта ҡышҡы һыуыҡтарҙа тояҡтары менән ҡайырып, ҡар аҫтында ҡалған үлән менән туҡлана, йәғни тибендә йөрөй. Яҡутстанда аттар асыҡ һауала йыл әйләнәһенә йәшәйҙәр (йәйгеһен +40 °С һәм ҡышҡы ваҡытта −60 °С) һәм аҙыҡты үҙаллы эҙләйҙәр. Һәр йылҡы өйөрөндә үҙ башлап барыусыһы була, ул өйөрҙө тота, һәр өйөрҙә 18-24 бейә һәм ҡолондары була. 1988 йылда 160 км² майҙанлығ тундра участкаһында саха аттары иреккә ебәрелә, әлеге тәжрибә уңышлы үтә, аттар өйөрө тундрала йәшәү өсөн яраҡлаша алыуы «мамонт тундра-яландар» экосистемаһын өлөшләтә тергеҙеү мөмкинлеген тикшереү буйынса файҙалана.

Саха аттары өйөрө (тулаҡ). Мегин-Ҡанғалы районы

Уға тибы буйынса яҡын булған монгол аттары менән сағыштырғанда саха аты ҙурлығы һәм ауырлығы менән айырылып тора. Саха аттары ғәҙәттә көрән, туры һәм күкһел, һирәгерәк ҡола һәм һоро төҫтә булалар.

Саха аттары мыҡты кәүҙәле, сағыштырмаса ҡыҫҡа тояҡлы һәм ҙур башлы булалар.

Әлеге ваҡытта Яҡутстанда саха аттарының өс төрө формалашҡан: төньяҡ оригиналь төрө (урта колыма, верхоян аты), завод тоҡомдары менән ҡушылмаған көньяҡ төр; саха атын яҡшыртыу өсөн ҡулланған завод тоҡомдарына тартым көньяҡ эре төр. 2011 йылда рәсми рәүештә яңы саха аты тоҡомо презентацияһы тураһында иғлан ителә — Степан Васильев исемендәге йылҡы заводындағы «Мегежек» тоҡомо (Саха Республикаһы (Яҡутстан) Нюрба районы).

Урта Колыма айғырҙарының үлсәмдәре (см): айғырҙарҙың бейеклеге — 143 , кәүҙәнең ҡыя оҙонлоғо 156, күкрәгенең ҡоласы — 187, ус һөйәктәренең ҡоласы — 22, бейәләрҙең — 142-150-190-20. Алты айлыҡ ҡолондарҙың ауырлығы яҡынса 105 кг , 2,5 йәштә — 165 кг, өлкән аттарҙа — 500 кг. Саха аттарының тояҡтары бик ныҡ, аҙымы — ҡыҫҡа. 3200 метрлыҡ ауыр ҡар юлын улар һикертеп сабып — 5 минуттан саҡ ҡына артығыраҡ ваҡыт жсендә, 1600 метрҙы яҡынса 3 минуттаүтәләр. Саха аттары һуң өлгөрәләр, әммә оҙаҡ йәшәйҙәр: 5-6 йәшенә тулыһынса үҫешәләр, 25-27 йәшенә тиклем үрсетеүҙә һәм эштә бик йыш файҙаланалар.

Саха аттарының күпселеге Лена йылғаһы үҙәндәрендә тупланған, шулай уҡ төньяҡҡараҡ, Яна, Колыма һәм Индигарка бассейндарында.

Саха аттары сыҙамлы, югергән саҡта соҡорло-саҡырлы урындарҙа бик яҡшы ориентирланалар.

Ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡут аттары ҡышҡы тибенеүҙә

Ғәҙәттә «саха аттары» ике йүнәлештә ҡулланыла:

  • Менге йүнәлеше. Ҡыҫҡа буйлы һәм йыуантаҡ булыуҙарына ҡарамаҫтан саха аттары йыш ҡына менге аттары сифатында ҡулланыла. Ыһыах байрамдарының береһе лә ат ярышһыҙ үткәрелмәй, шул уҡ ваҡытта менге аттарҙы бер ҡасан да башҡа маҡсаттарҙа файҙаланмайҙар.
  • Ит-һөт йүнәлеше. Иң киң йүнәлеш. Бейә һөтө традицион милли эсемлеге — ҡымыҙҙы әҙерләү өсөн ҡулланыла, ә йылҡы ите милли ризыҡ һәм деликатес, тип һанала. Саха аттарының ите үҙенсәлекле — май бөрсөктәре иткә айырмалыҡлы тәм һәм йомшаҡлыҡ бирә, уның ҡәҙерен белгән гурмандар бындай итте бик яратып ашай.

Һис шикһеҙ, саха йылҡы итенең уникаллегенә бер ҡасан да эйәр аҫтында йөрөмәгән, йүгән ни икәнен белмәгән аттарҙы ҡулланыу булышлыҡ итә. Саха атының ите бик майлы һәм калориялы[1], уны етештереү хәҙерге ваҡытта ағымға ҡуйылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]