Саяндар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Саяндар
Black scorpion.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Scorpiones C. L. Koch, 1837

Ғаилә
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
рәсем эҙләү
рәсемдәр
MP - pandinus imperator 2.jpg

Саяндар (лат. Scorpiones) — үрмәксе һымаҡтар (Arachnida) класынан быуынтыҡ аяҡлылар отряды; эҫе һәм йылы илдәрҙә йәшәй, бөжәктәр менән туҡлана торған ағыулы хайуан[1].

Фәҡәт ерҙә йәшәүсе хайуандар һәм эҫе илдәрҙә генә тереклек итәләр. Барлығы 1750 төрө бар, шуларҙың 50-һе кеше өсөн хәүефле. Улар араһында иң ҙуры император саяны, оҙонлоғо 20 см-ға етә[2], һәм бәләкәйерәктәре — 13 мм.

Саяндар йылы йәки эҫе климатлы илдәрҙә йәшәй. Улар сүлдәрҙә лә, дымлы урмандарҙа ла, хата тауҙарҙа ла осрай. Рәсәйҙә саянда Волганың түбәнге өлөшөндә, Кавказда осрай. Саяндар һунарға төнөн сыға. Ағыулы саяндар ҡорбанын сағып хәрәкәтһеҙләндерә һәм үлтерә. Ағыуы кеше өсөн дә хәүефле.

Төрлө бөжәктәр һәм ваҡ кимереүселәр, кәҫәрткеләр менән туҡланалар. Формалашҡан яралғыһы булған йомортҡа һалыусы саяндар, шулай уҡ тере балалар тыуҙырыусы саяндар бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
  2. Jan Ove Rein Pandinus imperator (C. L. Koch, 1841). The Scorpion Files. Norges Teknisk-Naturvitenskapelige Universitet. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 август 2012. 21 август 2012 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9
  • Жизнь животных. Энциклопедия в шести томах. Том 3. (том посвящён сухопутным членистоногим). Общая редакция члена-корреспондента АН СССР профессора Л. А. Зенкевича. — М.: Просвещение, 1969. — 576 с.