Эстәлеккә күсергә

Саҡмағош районы һыу объекттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саҡмағош районы һыу объекттары
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Саҡмағош районы

Саҡмағош районының гидрографияһы Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашыуы менән билдәләнә.

Ағиҙел бассейны

Райондың төп йылғаһы — Баҙы. Ул бөтә Саҡмағош районы аша үҙенең инешенән, көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай аға, райондан ситтә Ағиҙел йылғаһына ҡоя. Баҙы район биләмәһен тәбиғи-географик характеры буйынса төрлө ике зонаға бүлә[1]. Дөйөм оҙонлоғо 123 км, бассейн майҙаны 1590 км², дөйөм түбәнләнеше 150 метр. Башлыса яҙғы эрегән һыуҙар менән тулылана.

Шулай уҡ райондың башҡа йылғалары ла Ағиҙел йылғаһы бассейны өлөшө булып торалар. Баҙы, Кеүәш һәм Сәрмәсән йылғалары Ағиҙелдең һул яҡ ҡушылдыҡтары, Ағиҙел йылғаһына райондан ситтә ҡушылалар.

Баҙы йылғаһының оҙонлоғо 123 км. Бассейн майҙаны 1590 квадрат километр тәшкил итә. Йылғаның яр буйҙарындағы ерҙәре яҡшы эшкәртелгән, 2 км-ға тиклем.

Сәрмәсән йылғаһы райондың көнсығышында аға. Йылғаның оҙонлоғо — 186 км, уның һыу йыйылыу бассейнының майҙаны — 3970 км². Башлыса ҡар һыуҙарынан тулылана. Йылғаның район өсөн әһәмиәте аҙ, сөнки райондың көнсығыш сиге буйлап ҙур булмаған һуҙымда аға.

Ҡалмаш йылғаһы Саҡмағош районы Ҡашҡар ауылы янында башлана, көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай йүнәлештә аға. Ҡалмаш йылғаһы үрге ағымында үҙенә ике ҡушылдыҡты — Иҫке Биккенә һәм Рапат йылғаларын ҡабул итә. Ул Сәрмәсән йылғаһының һул ярына тамағынан 27 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 51 км, бассейн майҙаны 410 кв.км. Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Ҡалмаш йылғаһы үҙәненең киңлеге 2-8 м, тәрәнлеге 1,5 метрға тиклем.

  • У истока Калмашки. Единая Россия. Башкортостан (декабрь 2008). Дата обращения: 6 ноябрь 2011. Архивировано 17 май 2012 года. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
  • Лист карты N-40-26 Чекмагуш. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1987 г.
  1. У истока Калмашки. Единая Россия. Башкортостан (декабрь 2008). Дата обращения: 6 ноябрь 2011. Архивировано 17 май 2012 года. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.