Себер юғары ҡатын-ҡыҙ курстары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Себер юғары ҡатын-ҡыҙ курстары
Нигеҙләү датаһы 1910
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Томск
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1920
Карта

Себер юғары ҡатын-ҡыҙ курстары йәки Томскиҙағы юғары ҡатын-ҡыҙ курстары — рус. Сибирские высшие женские курсы — ТомскиҙағыXX быуат башында асылған беренсе ҡатын-ҡыҙ юғары уҡыу йорто (1910—1920).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуаттың икенсе яртыһында ҡатын-ҡыҙҙар юғары белем алыуға хоҡуҡ өсөн әүҙем көрәш алып бара. Халыҡ мәғарифы министрлығы ведомствоһының ҡатын-ҡыҙҙар училищелары тураһында "Положениелар"ы баҫылғандан һуң Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары асыла башлай, сөнки университеттар ир-егеттәр уҡыу йорттары булып ҡалған.

Себер юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары Томскиҙа 1910 йылдың 26 (8 ноябрь) октябрендә, Себерҙе Рәсәйгә ҡушыу көнөндә асыла.

Курстарҙы ойоштороу инициаторҙары булып Томск юғары уҡыу йорттары профессорҙары В. В. Сапожников, Б. Вейнберг, Е. Л. Зубашев, Н. И. Карташев һәм башҡалар сығыш яһай. Курстарҙың асылыуына Томск губернаторы Н Л. Гондатти ла булышлыҡ иткән. Халыҡ мәғарифы министрлығы был идеяны хуплай, сығарылыш уҡыусыларына юғары уҡыу йортон тамамлаған хоҡуҡтарҙы бирергә әҙер булыуҙарын белдерә, ләкин финанс йөкләмәләрен үҙ өҫтөнә алмауҙарын белдерә. 1909 йылда Себер юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарына иғәнәләр йыйыу өсөн булдырылған Йәмәғәт ойошмаһына Г. Н. Потанин, В. Н. Саввин, В. Сапожников, А. Кухтерина һәм башҡалар ингән. Йәмғиәт ойошмаһы эшмәкәрлегенә етәкселек итеү комитеты башлығы итеп М. М. Гондатти,ә ул Томскиҙан киткәндән һуң Е. Л. Зубашев һайлана.

Беренсе составтағы комитет киң эшмәкәрлек йәйелдерә — хәйриә лекциялары, кисәләр, баҙарҙар һәм башҡалар ойошторола. 1910 йылда йәмғиәттең ағзалары — 152, ә 1911 йылда 663 кеше булған. Дөйөм алғанда, Йәмғиәткә зыялы һәм эшлекле Томск шәхестәре: В.Вытнов, С. Горохов, И. Кухтериндар, Д. Зверев, профессор И. Грамматикати, И. Базанов, И. Бобарыков, инженерҙар В. Реутовский, Н.Боголюбский, Бресский, Бресневич, П. Ломовицкий һәм А. Макушин башҡалар инә.Бинаның төҙөлөшөнә 10 000 һумды — ҡала Управаһы, 3 000 һумды билдәле себер мәғрифәтсеһе П. И. Макушин бүлгән. Йәмғиәт тарафынан тейешле аҡса табылыу һәм уҡытыусылар составы тупланыу менән, тыңлаусылар йыйыу тураһында иғлан бирергә ҡарар сығарыла.

Курстар Слосмандың шәхси ағас йортоноң (хәҙер ул юҡ) ете бүлмәһендә урынлашҡан (хәҙерге Совет урамы).1911 йылда Томск ҡала Управа курстарға айырым таш бина һалыу өсөн 10 мең һум аҡса бүлгән.

Себер ҡатын-ҡыҙҙар курстары 1920 йылда Сибревком тарафынан ябыла — ҡатын-ҡыҙҙарға университетҡа ир-егеттәр менән бер рәттән инергә рөхсәт итәләр.

1914 йылда Себер юғары ҡатын-ҡыҙ курстарына юғары уҡыу йорто статусы бирелә. Ул Себерҙә (Уралдан алып Тымыҡ океанға тиклем) дүртенсе булып ойошторолған. Бынан алда Томск ҡалаһында — ике һәм Владивостокта бер юғары уҡыу йорто асылған булған.

1914 йылда гуманитар, тарих-филология факультеты асыу мәсьәләһе күтәрелә, тик был планға һуғыш ҡамасаулай.

1915 йылда Мәғариф министрлығы дәүләт имтихан комиссияһы һынауҙарын үтергә тәүге 29 уҡыусыға рөхсәт биргән. Курстарҙы тамамлаған Е.Киселева, Т. Триполитова, Е. Воронина, Е. Волочнева — университет кафедраһына ассистент сифатында ҡабул ителә.

Тамамлаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылда педагогия бүлексәһе асыла, тыңлаусылар һаны 713 кешегә тиклем арта. 1917 йылда курстар дипломы университеттыҡы менән тиңләштерелә.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы 1920 йылда университеттарҙа уҡытыуға рөхсәт биреү менән Сибревком ҡарары менән курстар ябыла. Ун йыллыҡ осорҙа бөтәһе 1426 тыңлаусы, уларҙың 1266-һы — тәбиғи бүлексәгә һәм 160-ы — математика бүлексәһенә ҡабул ителә; ябылыу ваҡытына алты сығарылыш яһалған.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Высшие женские курсы на карте Томска 1914 года (10: Girls' High School, судя по всему, местоположение указано неточно, в двух кварталах от ул. Еланской).